Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
11 Июнь 2020, 14:00

Ут тоҡандырыусы шыйыҡсаны (розжиг) хәүефһеҙ файҙаланыу ҡағиҙәләре

Йылы көндәр етеү менән кешеләр тәбиғәт ҡосағына сыға, усаҡ яға, йыш ҡына ут тоҡандырыусы шыйыҡса ҡуллана, шул уҡ ваҡытта янғын хәүефһеҙлегенә әллә ни иғтибар итмәй. Бөгөнгә ошондай шыйыҡса ҡулланып мейес тоҡандырған Салауат ҡалаһы кешеһенең тәнен бешереү осрағы теркәлгән дә инде.

Шуға бәйле, ут тоҡандырыусы шыйыҡсаны хәүефһеҙ файҙаланыу ҡағиҙәләрен иҫегеҙгә төшөрәбеҙ:
  • мотаҡ бешеүҙән һаҡлаусы бирсәткәләр (уларҙың ҡайһы берҙәре терһәккә тиклем оҙон була) йә булмаһа ғәҙәти аш-һыу бүлмәһендә ҡуллана торған бейәләйҙәр файҙаланығыҙ;
  • утынға шыйыҡсаны һипкәндән һуң, 2-3 минут көтөгөҙ;
  • утты сыра йәки кәмендә 30 сантиметр оҙонлоғонда бөкләнгән ҡағыҙ ярҙамында тоҡандырығыҙ, усаҡҡа эйелмәгеҙ;
  • Мангалда йәки усаҡта ялҡын бейеклеге 10-15 сантиметрҙан бейек булмаҫҡа тейеш (бейек ялҡын утындың йәки күмерҙең янып китеүен тиҙләтмәй).
  • Ҡәтғи тыйыла:
    • һеңеп бөтмәгән шыйыҡсаны яндырырға, бигерәк тә уны янып торған усаҡҡа һибергә;
    • ут тоҡандырыу өсөн бензин йәки кәрәсин файҙаланырға – был һаулыҡ өсөн дә зарарлы, хәүефле лә. Бының өсөн тик махсус тәғәйенләнгән шыйыҡсалар ғына ҡулланығыҙ;
    • еңел тоҡаныусан шыйыҡсалар менән мейес һәм камин тоҡандырырға.
    • Ут тоҡандырыу өсөн сифатлы шыйыҡсалар парафиндың, глицериндың йәки тығыҙ спирттың шыйыҡ ҡатышмаларынан әҙерләнә, төҙһөҙ һәм еҫһеҙ була. Уның ярҙамында ҡаты яғыулыҡ бер тигеҙ янып китә, ҡапыл тоҡанмай.
      Күмер йәки утын тоҡандырыу өсөн ҡоро спирт, шырпы, тоҡандырыу өлөшө оҙон һәм һығылмалы булған зажигалка ҡулланырға тәҡдим итәбеҙ.
      Иғтибар! Сифатһыҙ һәм яһалма шыйыҡсаларҙы зәһәр еҫе буйынса айырырға мөмкин. Улар кинәт тоҡанып китә һәм төтәй.
      Зимфер ТӨХВӘТУЛЛИН, 86-сы янғын һүндереү-ҡотҡарыу часы начальнигы.