Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
21 Апрель 2020, 21:00

Сауҙа нөктәләре буйынса рейд

Коронавирус инфекцияһы таралыуы осоронда сауҙа нөктәләренең хәүефһеҙлек сараларын күреүҙәре тикшерелә.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы указы буйынса республикала үҙизоляция режимында эшләү рөхсәт ителгән предприятиелар исемлеге киңәйтелде. Әммә эш биреүселәргә яңы коронавирус инфекцияһы таралыуға ҡаршы санитария һәм ойоштороу характерындағы саралар күрергә ҡушылды.
Эшмәкәрлектәре туҡтатылған йәки тергеҙелгән сауҙа нөктәләре өсөн дә кисектермәй үтәлергә тейешле махсус саралар исемлеге раҫланған. Мәҫәлән, ингән урында ҡулдарҙы таҙартыу өсөн тире антисептигы йәки дезинфекциялаусы салфеткалар ҡуйылырға тейеш; тауар һалыу кәрзиндәрен, арбаларын ике сәғәт һайын таҙартырға кәрәк. Граждандар 1,5 метр ара һаҡлаһын өсөн махсус билдә ҡуйыу мотлаҡ. Кассала һа-тыусыларҙың һаҡлаусы экраны йәки шәхси һаҡлау саралары булырға тейеш.
Ошо иҫкәртеү сараларының үтәлеүен тикшереү өсөн 16 апрелдә район хакимиәте ҡарамағындағы йәмәғәт советы һәм “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһе Оло Ыҡтамаҡтағы эре сауҙа нөктәләре буйлап рейдтар уҙғарҙы. Эшҡыуарҙарға күрһәтмәләр бирелде, етеш-һеҙлектәре әйтелде. Арта- бан профилактикалау сараларын үтәмәгән өсөн ҙур күләмдә штраф һалыныуы ихтимал.
Талаптар – ҡатмарлы түгел. Ҙур сығымдар ҙа талап итмәй. Сауҙа нөктәләре хужаларының был сараларҙың мөһимлеген аңлауы ғына кәрәк, сөнки һатып алыусыларының хәүефһеҙлеге уларға бәйләнгән. Барлыҡ һаҡлыҡ саралары ла күрелергә тейеш.
Гөлдәр СОЛТАНОВА.