Мәсетле тормошо
+12 °С
Облачно
Бәлә булмаһын өсөн
17 Апреля 2020, 08:00

Ҡороған үләнде яндырыу янғын хәүефенә килтерә

Яҙ етеү менән күпләп ҡоро үләнде яндырыу проблемаға әйләнә. Йылы һәм аяҙ көндәр янғын хәүефенең артыуына килтерә. Һөҙөмтәлә тәбиғәттә янғындар һаны бермә-бер арта.

Урман-ҡырҙарҙа сыҡҡан янғындың күпселегенә кешенең янғын хәүефһеҙлеге талаптарын боҙоуы сәбәп була. Статистиканан күренеүенсә, бындай янғындарҙың күпселеге халыҡ күпләп тәбиғәткә сыҡҡан, баҡсаларына барған ял көндәренә тура килә. Граждандар үҙ баҡсаларында һәм ихаталарында сүп һәм былтырғы үләнде яндыра. Һөҙөмтәлә янғындар сыға һәм ҡоролмаларға, өйҙәргә күсә, бигерәк тә ел булған көндәрҙә. Ҡороған үлән бик тиҙ янып китә һәм шәп тарала. Күп осраҡтарҙа ул урмандарға күсә. Ә урманда барыһы ла яна: үлән, мүк, төпсөк, ағас ботаҡтары, тамырҙар, ҡыуаҡтар, япраҡтар.
Нәҡ шуға күрә янғын һағы хеҙмәткәрҙәре яҙғы-йәйге янғын хәүефе осоронда халыҡты янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренә, ғәҙәттән тыш хәл шарттарында нимә эшләргә икәнлегенә өйрәтеү маҡсатында иҫкәртеү саралары уҙғара.
Хөрмәтле граждандар! Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәгеҙ: ҡоро үләнде яндырмағыҙ, балаларҙың шырпы менән уйнауына юл ҡуймағыҙ, ҡояшлы көндә янғын сығыуына килтерерлек быяла һауыттарҙы урманда ҡалдырмағыҙ. Янғын сыҡҡанын күреп ҡалһағыҙ, уны һүндереү сараһын күрегеҙ. Янғынды үҙ көсөгөҙ менән генә һүндерә алмаһағыҙ, хәүефһеҙ урынға китегеҙ һәм 101 йәки 112 телефоны аша был хаҡта шунда уҡ хәбәр итегеҙ.
Салауат ЯМАЛЕТДИНОВ,
86-сы янғын һүндереү часы начальнигы урынбаҫары.