Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
4 Апрель 2020, 13:00

“Еңеү – 2020” иҫкәртеү операцияһы

2020 йылдың 23 мартынан 12 майына тиклем Баш-ҡортостан Республикаһы территорияһында “Еңеү” иҫкәртеү операцияһы бара.

Яҙғы-йәйге янғын хәүе-ф-е осоронда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәргә саҡырабыҙ.
Йыл һайын яҙ етеү менән янғын менән бәйле хәлдәр ҡатмарлаша. Башлыса был осорҙа, рөхсәт ителмәүгә ҡарамаҫтан, үлән һәм сүп яндырыуҙар йыш күҙәтелә, һөҙөмтәлә урмандарҙың, хужалыҡ ҡоролмалары һәм өйҙәре янып китеүе ихтимал. Статистика мәғлүмәттәре буйынса яҙғы-йәйге янғын хәүефе осоронда янғындарҙың 90 проценты ҡоролмалар эргәһендә ҡоро үләнде, сүптәрҙе яндырыу, янып торған тәмәке төпсөгөн ташлап китеү, балалар-ҙың ут менән шаярыуы һөҙөмтәһендә килеп сыға. Эҫе ҡоро көндә бәләкәй генә осҡондан да фажиғәгә килтерерлек ҙур янғын сығыуы ихтимал.
Рәсәй Федерацияһында янғынға ҡаршы режим ҡағиҙәләренә ярашлы, объекттарға 50 метр яҡынлыҡта территорияларҙа ҡалдыҡтарҙы һәм башҡа сүпте яндырырға рөхсәт ителмәй.
Ауылдар һәм ойошмалар территорияларында биналар, ҡоролмалар, асыҡ келәттәр араһында янғынға ҡаршы һыҙатта, өйҙәр, дачалар янындағы участкаларҙа янып китеүсән ҡалдыҡтар-ҙы, сүпте, ҡоро үлән һәм япраҡтарҙы ваҡытында таҙартып торорға кәрәк.
Яҙғы-йәйге янғын хәүефе осоронда урындағы үҙидара органдарына, предприятиелар етәкселәренә, баҡса йәмғиәттәре рәйестәренә һәм башҡа граждандарға янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса өҫтәмә саралар күрергә, шул иҫәптән:
- утты һүндереү өсөн һыу сығанағының төҙөк булыуын һәм уларға үтеү юлының буш булыуын тәьмин итергә;
- биналарҙы янғын һүндереү өсөн тәүге саралар менән тәьмин итергә;
- янғын һүндереү ҡорамалдарын һәм инвентарын ҡаршылыҡһыҙ алып булыу-ҙы тәьмин итергә;
- граждандар һәм ойошмалар хеҙмәткәрҙәре менән пландан тыш янғынға ҡаршы инструктаж уҙғарырға;
- халыҡ араһында янғын хәүефһеҙлеге талаптарын үтәү кәрәклеге тураһында аңлатыу эше алып барырға, үлән яндырыу һәм ут менән һаҡһыҙ тотоноу һөҙөмтәһендә килеп сыҡҡан тәбиғи янғындарҙы иҫкәртеү һәм ваҡытында һүндереү мәсьәләләренә айырыуса иғтибар иттерергә.
- шәхси йорттар һәм дача өйҙәре территорияларында янғын һүндереү өсөн тәүге саралар (сапсаҡтарҙа һыу, янғын һүндергес, көрәк) тоторға кәрәк.
Янғын сыҡҡанын күреп ҡалһағыҙ:
- яҡындағы ауылдан 01 телефоны буйынса йәки кеҫә телефонынан 112, 101 һандары буйынса шылтыратығыҙ (был номер буйынса элемтә тотмаған урында һәм SIM-карта булмаған осраҡта ла шылтыратырға мөмкин);
- ҡул аҫтындағы нәмәләр (япраҡлы ағастар ботаҡтары, ер, һыу) ярҙамында утты һүндерегеҙ;
- үҙ көсөгөҙ менән янғынды һүндереп булмаһа, янғын хәүефе зонаһын ҡалдырырға;
- торфлы һаҙлыҡ урындарында янғын сыҡҡанда, был турала янғын һағына хәбәр итергә һәм шунда уҡ хәүефле зонаны ҡалдырыр-ға.
Янғын һөҙөмтәһендә мөлкәт юҡҡа сыҡһа һәм милеккә зыян килһә, ғәмәлдәге ҡануниәт буйынса ҡағиҙәләрҙе боҙоусыларға административ һәм енәйәт яуаплылығы ҡарала. Бындай хәлгә ҡалмаҫ өсөн янғын хәүефһеҙлеге талаптарын үтәргә кәрәк.
Хөрмәтле граждандар, иғтибарлы булығыҙ, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәгеҙ: ҡоролмалар янында сүп яндырмағыҙ, һүндерелмәгән тәмәке төпсөктәрен ташламағыҙ, бәләкәй балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!

Д. ОЖЕГОВ,

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығының Дыуан район-ара күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм профилактик эш бүлеге инспекторы эске хеҙмәт лейтенанты.