Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
24 Март 2020, 19:00

Һаҡ булығыҙ, йоҡа боҙ!

Яҙғы ҡояш нурҙары аҫтында һыу ятҡылыҡтарындағы боҙ кәүшәкләнә һәм ныҡлы булмай. Был ваҡытта боҙ өҫтөнә сығыу сиктән тыш хәүефле. Шуға ҡарамаҫтан, йыл һайын күп кешеләр һаҡлыҡ сараларын һанға һуҡмайынса йоҡарған яҙғы боҙ өҫтөнә сыға. Ә был ғүмер өсөн ысын ҡурҡыныс менән янай!

Быны белергә кәрәк
Кеше өсөн сөсө һыу өҫтөндәге 10 һәм тоҙло һыу өсөн 15 сантиметрҙан да кәм булмаған ҡалынлыҡтағы боҙ хәүефһеҙ булып иҫәпләнә.
Йылға тамаҡтарында һәм ҡушылдыҡтар- ҙа боҙҙоң ныҡлығы кәмей. Ул ағымдар көслө булған, урғылып аҡҡан шишмәләр һәм һыуҙар ағып төшкән урындарҙа, шулай уҡ һыу үҫемлектәре үҫкән, ағастарға, ҡыуаҡлыҡтар һәм ҡамыштарға яҡын ерҙәрҙә ныҡлы түгел.
Әгәр һауа температураһы өс көндән ашыуыраҡ 0 градустан юғары торһа, боҙ ныҡлығы 25 процентҡа кәмей.
Боҙ ныҡлығын ҡарар күҙгә лә белеп була: зәңгәр төҫтәге боҙ – ныҡлы, аҡ төҫтәге боҙҙоң ныҡлығы 2 тапҡырға кәмерәк, көл- һыу, тоноҡ аҡ йәки һарғылт боҙ ышанысһыҙ.
Әгәр һалҡын һыуға төшөп китһәгеҙ, нимә эшләргә
Паникаға бирелмәгеҙ, ҡырҡа хәрәкәттәр яһамағыҙ, һулышығыҙҙы тотороҡландырығыҙ. Ҡулдарығыҙҙы ян-яҡҡа йәйегеҙ һәм кәүҙәгеҙҙе ағым йүнәлеше буйынса горизонталь хәлдә тотоп боҙ ситенә йәбешергә тырышығыҙ. Һаҡ ҡына күкрәгегеҙ менән боҙ ситенә ятырға һәм бер аяғығыҙҙы, шунан икенсеһен дә боҙға һалып ҡарағыҙ.
Әгәр боҙ һеҙҙе күтәрһә, тәгәрәй-тәгәрәй ярға табан шыуышығыҙ. Ҡайһы яҡтан килдегеҙ, шул яҡҡа табан шыуышығыҙ, сөнки унда боҙ ныҡлығы тикшерелде.
Әгәр күҙ алдығыҙҙа кеше боҙ аҫтына төшөп китһә
Теләһә ниндәй оҙон таяҡ, таҡта, һайғау йәки арҡан менән ҡоралланығыҙ, шарф, ҡайыш йәки кейемдәрҙе бергә тоташтырып бәйләргә мөмкин.
Ҡул-аяҡтарығыҙҙы ян-яҡҡа ташлап, алдығыҙҙағы ҡотҡарыу сараларын этә-этә һаҡ ҡына йылыуға ҡарай шыуышығыҙ.
Һыуҙағы кешенән бер нисә метр алыҫлыҡта туҡтағыҙ ҙа уға арҡанды, кейем осон ырғытығыҙ, таяҡты йәки һайғауҙы бирегеҙ. Зыянланыусыны һаҡ ҡына боҙ өҫтөнә тартып сығарығыҙ һәм бергәләп хәүефле урындан килгән яғығыҙға табан шыуышығыҙ.
Зыянланыусыны йылы урынға килтерегеҙ һәм уға ярҙам күрһәтегеҙ: еүеш кейемдәрен систерегеҙ, спирт йә булмаһа араҡыла сылатылған буҫтау киҫәге йәки ҡулдарығыҙ менән тәнен ҡыҙартҡансы ныҡлап ыуығыҙ, эҫе сәй эсерегеҙ.
Һис бер осраҡта ла зыянланыусыға алкоголь бирмәгеҙ – бындай саҡта ул уны үлемгә килтерергә мөмкин.
З. ТӨХВӘТУЛЛИН,
86-сы янғын һүндереү-ҡотҡарыу часы
начальнигы.