Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
12 Март 2020, 18:30

Иғтибар: ташҡын!

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарары менән һыу баҫыу хәүефе янаған ауылдар исемлеге раҫлан-ған. Был исемлек нигеҙендә урындағы үҙидара органдары ташҡындың насар йоғонтоһона юл ҡуймау һәм эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса саралар комплексы күрә.

Мәсетле районының Әй йылғаһына яҡын Оло Ҡыҙылбай, Тимерәк, Иҫке Мишәр, Аҙанғол, Әбдрәхим, Абдулла, Айып, Оло Ыҡтамаҡ ауылдары һыу баҫыу зонаһында ҡалыуы ихтимал. 1362 кеше, 411 өй һыу баҫыу ҡурҡынысы аҫтында.
2020 йылда ташҡынды хәүефһеҙ үткәреү маҡсатында район хакимиәте ҡарар ҡабул итте, ташҡынға ҡаршы комиссия составы, яҙғы ташҡынға әҙерлек һәм аварияһыҙ үткәреп ебәреү буйынса план раҫланған.
Ташҡын ваҡытында
Ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуған-да, стационар телефондан 2-01-01, 2-04-01 телефон һандары буйынса, йәки кеҫә телефонынан 112 һандарын йыйып, Мәсетле районы Бер-ҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенә шылтыратырға кәрәк.
үҙегеҙҙе нисек тоторға
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы Дыуан район-ара күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм профилактик эштәр бүлеге ташҡын мәлендә халыҡҡа ваҡытында хәбәр ителәсәге, фатирҙарҙа һәм эш урындарында радиотрансляция селтәре тәүлек әйләнәһенә эшләйәсәге тураһында белдерә. Һәр кемгә хәбәр итеү сигналдары, эвакуация саралары һәм ҡағиҙәләре менән танышырға, уға алдан әҙерләнергә кәрәк.
Яҙын алыҫтағы һыу ятҡылыҡтарына сығырға, боҙ тығылған урында йылғаға яҡын барырға, яры йыуылған һәм емерелеүе ихтимал урындарҙа яҡын торорға, күперҙәрҙә, быуалар янында йыйылырға, ярҙан боҙҙарҙы этәрергә, йылғаның йәки һыу ятҡылығының тәрәнлеген үлсәргә, боҙ буйлап йөрөргә, боҙ буйлап шыуырға ярамай (ҡайһы балалар яңы асылған һыуҙа төрлө йөҙөү саралары менән йөрөй, буш торған кәмәләрҙе файҙалана).
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ! Был ябай ҡағиҙәләрҙе үтәү һеҙҙең ғүмерегеҙҙе һаҡлаясаҡ, авария-ҡотҡарыу хеҙмәтенә эште ҡатмарлаштырмаясаҡ.