Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ

Статистика буйынса мең янғындың йөҙө балалар ғәйебе менән сыға. Улар йыш ҡына белмәүҙәре һәм еңел уйлауҙары арҡаһында үҙҙәре ҡорбан була.

Ошоноң менән бәйле Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты:
- балаларҙы, айырыуса бәләкәстәрҙе, хатта ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа ла ололарҙың ҡарауынан башҡа ҡалдырмаҫҡа;
- балаларҙың шырпы, зажигалка һәм баш-ҡа ут сығанаҡтары менән уйнауына юл ҡуймаҫҡа; был предметтарҙың балалар ҡулына эләгеү мөмкинлеген юҡ итергә;
- балаларҙың электр йылытыу приборҙарының ҡыҙған өлөшөнә, ҡабыҙылған газ конфоркаларына, мейес ауыҙҙарына тейеү мөмкинлеген булдырмаҫҡа;
- бала сит предметтар индерә алмаһын өсөн розеткаларҙы махсус тығындар менән ябып ҡуйырға;
- бинала ут сыҡҡан йәки төтөн баҫҡанда, тәү сиратта, балаларҙы хәүефһеҙ урынға күсерергә һәм, шунан һуң ғына мөлкәтте ҡотҡарыу һәм янғынды бөтөрөү сараларын күрергә өндәй. Был осраҡта бала өсөн һәр секунд мөһим.
Үҙегеҙҙе һәм балаларығыҙҙы һаҡлағыҙ!