Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
20 Февраль 2020, 18:00

Мейестәр һәм электр йылытыу приборҙарының янғын хәүефһеҙлеге

2020 йыл башынан республикала 769 янғын теркәлгән, уларҙа 41 кеше, шул иҫәптән 2 бала һәләк булған. Йыш ҡына янғынға электр ҡорамалдары ҡоролошо һәм эксплуатациялау ҡағиҙәләрен боҙоу сәбәпсе була.

Янғындар һаны һәм уларҙа кешеләр һәләкәтенең артыуы, тәү сиратта, электр ҡорамалдары һәм йылытыу мейестәре ҡоролошо һәм уларҙы файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу менән бәйләнгән. Кешеләрҙең мейес менән йылытыуҙы, газ ҡорамалдарын һәм электр прибор- ҙарын ҡулланғанда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәмәүе янғындар һанының артыуына килтерә.
Мейес менән файҙаланыуҙың ике осрағында янғын сығыуы ихтимал:
– мейес ҡоролошо ҡәғиҙәләрен боҙоу: мәҫәлән, мейестең төтөн торбаһы менән өй ҡыйығының ағас таяуҙары араһындағы араның етерлек булмауы. Мейес ауыҙы алдындағы тимер табаҡтың булмауын да ошонда индерергә була, һөҙөмтәлә килеп төшкән утлы күмерҙәрҙән иҙән яна башлай;
– мейес менән файҙаланғанда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоу: мәҫәлән, мейестәрҙе бензин, кәрәсин һәм башҡа еңел тоҡаныусан шыйыҡсалар менән яндырыу, шулай уҡ мейестәрҙе артыҡ ҡыҙҙырыу. Унан тыш, мейестәрҙе яҡҡанда ишектәрен асыҡ тоторға, унда кейем, утын һәм башҡа материалдар киптерергә ярамай, йылытыу прибор- ҙарының һәм төтөн торбаларының өҫтәрен туҙандан таҙартып, ағартып торорға, мейестә асыҡланған ярыҡтар һәм төҙөкһөҙлөктәрҙе ваҡытында бөтөрөргә кәрәк.
Электр менән йылытыу приборҙарын эксплуатациялаған ваҡытта ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ, уларҙы ҡорғандар һәм мебелгә яҡын, электр көнкүреш техникаһын йылытыу батареяларына тейеп торорлоҡ итеп урынлаштырмағыҙ.
Әгәр бәлә булһа
– Әгәр янғын сығыуын күреп ҡал-һағыҙ, кисекмәҫтән “101” йәки “112” телефондары буйынса янғын-ҡотҡарыу хеҙмәтенә хәбәр итегеҙ.
– Ут менән көрәшеүселәр килеп еткәнсе кешеләрҙе эвакуациялау сараһын күрергә һәм ҡул аҫтындағы саралар менән мөмкин тиклем янғынды һүндереүгә тотонорға кәрәк. Өйҙә янғынды һүндерергә мөмкинлек биреүсе саралар: одеялдар, ҡаты туҡымалар, шулай уҡ биҙрәләр һәм башҡа һыу һауыттары һәр ваҡыт бар.
– Янғын ваҡытында тәҙрәләрҙе һәм ишектәрҙе асырға ярамай, бинаға саф һауаның килеп инеүе уттың ныҡ таралыуына булышлыҡ итә.
– Әгәр утҡа көсөгөҙ етмәүен һәм янғындың ҡурҡыныс булып ҙурайыуын күрһәгеҙ, бинаны ашығыс рәүештә ҡалдырығыҙ һәм башҡаларға унан сығырға ярҙам итегеҙ.
– Бина төтөн менән тулған ваҡытта ауыҙ-морондо еүеш туҡыма менән ҡап-лап, эйелергә йәки иҙәнгә ятырға һәм стена буйлап дүрт аяҡлап йә шыуышып сығыу яғына табан хәрәкәт итергә кәрәк.
– Кейеме янып киткән осраҡта зыянланыусыны беше туҡыма йәки пальто, одеял менән төрөргә, еүеш булһа яҡшыраҡ, йәки һыу менән ҡойон- дорорға кәрәк. Ялҡынды шулай уҡ ергә ятып тәгәрәп тә һүндерергә була, был осраҡта барынан да бигерәк башты һаҡларға кәрәк.
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: мейес менән йылытҡанда, газ ҡорамалдарын һәм электр приборҙарын ҡулланғанда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен ҡәт-ғи үтәү генә һеҙҙең һәм яҡындарығыҙҙың ғүмерен һәм һаулығын һаҡлап ҡаласаҡ!