Мәсетле тормошо
+17 °С
Дождь
Бәлә булмаһын өсөн
13 Февраля 2020, 10:00
Янғынға юл ҡуймайыҡ!
Хөрмәтле райондаштар, өйөгөҙҙәге электр сымының торошона иғтибар итегеҙ!
Электр ҡорамалдарын файҙаланғанда янғын сыҡмаһын өсөн янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәү мөһим:
- төҙөк булмаған электр ҡорамалын файҙаланыу тыйыла;
- һаҡлау сифатын юғалтҡан сымдарҙы һәм кабелдәрҙе файҙаланырға ярамай;
- йылытыу, киптереү һәм аҙыҡ әҙерләү өсөн ҡулдан яһалған электр йылытыу приборҙары (электр мейестәре, электр лампалары) ҡулланмағыҙ;
- изоляцияланмаған электр сымдарын, кабелдәрен һәм файҙаланылмаған электр селтәрҙәрен көсөргәнеш аҫтында ҡалдырмағыҙ;
- төҙөк булмаған электр изделиелары менән файҙаланмағыҙ;
- электр сымдарын һәм кабелдәрен бәйләргә, үрергә ярамай;
- йылытыу приборҙарын, электр плиталарын, телевизорҙарҙы, башҡа ҡорамал һәм приборҙарҙы ҡарауһыҙ электр селтәренә тоташтырып ҡалдырмағыҙ;
- электр лампаларын ҡағыҙ, туҡыма һәм янып китеүсән башҡа материал менән ҡапламағыҙ;
- электр сымдары һәм кабелдәренең өҫтөн йәбештермәгеҙ һәм буятмағыҙ;
- радио һәм телефон сымдарын электр селтәре сифатында ҡулланмағыҙ.
Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәгеҙ! Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"