Мәсетле тормошо
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
11 Февраль 2020, 16:00

Һаҡ булығыҙ!

Һауа температураһының йыш үҙгәреүе сәбәпле, Баш-ҡортостан Республикаһы территорияһында биналарҙың ҡыйыҡ баштарынан ҡар шыуып төшөү, боҙбармаҡтарҙан имгәнеү хәүефе арта.

Гәзит-журналдар, зәңгәр экрандар аша ҡар ишелеп төшөү, боҙбармаҡтар төшөп, кешеләрҙе йәрәхәтләүе, хатта үлем осраҡтары тураһында ишетеп-күреп торабыҙ.
Шундай осраҡтарҙы иҫкәртеү маҡсатында Башҡорт-остан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты төп хәүеф-һеҙлек ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрә:
- боҙбармаҡтар барлыҡҡа килеүен һәм ҡар массаларының шыуып төшөүен булдырмау факторҙарының береһе – ҡыйыҡтарҙан ҡарҙы даими һәм ваҡытында таҙартып тороу. Шуға күрә янаған хәүеф тураһында коммуналь хеҙмәттәргә ваҡытында хәбәр итеп тороғоҙ. Ҡыйыҡтар-ҙы таҙартыу эше хәүефһеҙлек техникаһы талаптарына ярашлы ойошторолорға тейеш. Таҙартыу урындарында йәйәүлеләр хәрәкәтен тыйыу-сы билдәләр һәм кәртәләр ҡуйылырға тейеш;
- ҡыйығынан ҡар аҫылынып торған биналар эргәһендә тормағыҙ;
- “Хәүефле урын”, “Ҡар ишелеү ҡурҡынысы янай”, “Бынан йөрөү тыйыла” тип киҫәткән билдәләр ҡуйылған биләмәләрҙе урап үтегеҙ;
- ҡар ишелеү ҡурҡынысы булған биналарҙың ҡыйыҡ аҫтынан йөрөмәгеҙ, балалар-ға ла унда уйнауҙы тыйығыҙ;
- ҡыйыҡта йыйылған ҡар массаһы бик хәүефле. Боҙбармаҡтар ғәҙәттә һыу юлы урындарында барлыҡҡа килә, шуға был урындарҙы урап үтергә кәрәк;
- китеп барғанда өҫтә ниндәйҙер тауыш ишетһәгеҙ, туҡтап, ни булғанлығын асыҡ-ларға тырышмағыҙ, юғарыға ҡарамағыҙ. Йүгерергә лә ярамай, ә тиҙ генә йорт стенаһына һыйыныу хәйерлерәк, ҡыйыҡ козырегы һеҙҙе ышыҡлап алып ҡаласаҡ. Күңелһеҙлектәрҙе булдырмаҫ өсөн, йорт подъездарына яҡынлаш-ҡанда һаҡлыҡ саралары күрергә кәрәк. Мөлкәтегеҙ зыянланмаһын өсөн, автомобилдәрегеҙҙе йорт һәм башҡа ҡаралтылар эргәһенә яҡын ҡуймаҫҡа кәңәш ителә.