Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
3 Февраль 2020, 15:00

Ғүмерҙәребеҙҙе һаҡлайыҡ

Башҡортостан Республикаһы Башлығының 2019 йылдың 26 сентябрендәге “Башҡортостан Республикаһы Башлығының 2016 йылдың 1 июнендәге “Башҡортостан Республикаһында граждандарҙың айырым категорияларына социаль ярҙамдың өҫтәмә саралары тураһында” УГ-103 һанлы Указына үҙгәрештәр индереү тураһында” Указына ярашлы, янғын тураһында хәбәр итеүсе ҡорамалдарҙы бушлай алыу мөмкинлегенә эйә граждандарҙың яңы категорияһы билдәләнде – улар 55 йәштәге һәм унан өлкән яңғыҙ йәшәүсе граждандар.

Янғын тураһында хәбәр итеүсе ҡорамал һатып алыу өсөн һеҙ эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем 8 (347) 218-16-30 телефоны буйынса Янғындарҙы иҫкәртеү үҙәгендә заявка ҡалдыра алаһығыҙ. Артабан өй (фатир) кенәгәһенән күсермә йәки йәшәгән урынығыҙ буйынса яңғыҙ йәшәүегеҙҙе раҫлаған белешмә алыр-ға, Башҡортостан Республикаһының янғынға ҡаршы хеҙмәте исеменә ғариза яҙырға кәрәк.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Башҡорт-остан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты тарафынан аҙ тәьмин ителгән күп балалы һәм социаль хәүефле хәлдә булған балалы ғаиләләр 2016 йылдан республика бюджеты иҫәбенән янғын һүндереү ҡорамалы менән тәьмин ителә. 2018 йылдан был исемлеккә 2018 йылдың 1 ғинуарынан һуң балалары тыуған ғаиләләр ҙә индерелде.
Республика башлығы Радий Хәбиров тарафынан раҫланған республиканың социаль-иҡтисади үҫеше стратегик йүнәлештәре тураһында указына ярашлы, 2024 йылға республикала янғын тураһында хәбәр итеүсе ҡорамал менән тәьмин ителеүсе ғаиләләр һаны 200 меңгә етәсәк.
Бөгөн республика бюджеты иҫәбенә янғын тураһында хәбәр итеүсе 130 меңдән ашыу ҡорамал ҡуйылған. Уларҙың ваҡытында хәүеф тураһында белдереүҙәре һөҙөмтәһендә 342 кешенең, шул иҫәптән 134 баланың ғүмерҙәре ҡотҡарылған.
Республика халҡын торлаҡтарына янғын тураһында хәбәр итеү-се ҡорамалдарҙы үҙ аллы ҡуйырға саҡырабыҙ. Уны янғынға ҡаршы махсус магазиндарҙа йәки электр тауарҙары магазиндарында һатып алырға мөмкин. Ул ни бары 250 һум тора, ә һөҙөмтәһе ҙур.
Онотмағыҙ: янғын тура-һында хәбәр итеү ҡорамалы ҡуйыу – фажиғәнән һаҡланыу, үҙегеҙҙең һәм яҡындарығыҙҙың ғүмерҙәрен ҡотҡарыу мөмкинлеге!