Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
28 Ғинуар 2020, 13:00

Снюс – наркотиктар юлындағы тәүге баҫҡыс

Башҡортостанда балиғ булмағандарға снюс һатыуҙы тыясаҡтар. Дәүләт Йыйылышы депутаттары 30 ғинуарҙа үҙҙәренең пленар ултырышында “Баш-ҡортостан территорияһында тәмәке булмаған тартыу изделиелары һәм тәмәке тартыуҙы имитациялаусы ҡоролмаларҙы ваҡлап һатыу өлкәһендә сикләүҙәр ҡуйыу тураһында” республика законына үҙгәрештәр индерергә планлаштыра.

Республикала балалар снюстар менән ағыуланып ауыр хәлдә дауаханаларға килтерелгән бер нисә осраҡ теркәлгән дә инде. Миҫал өсөн, үткән йылдың декабрендә Стәрлетамаҡ ҡалаһында 2-се мәктәптең 11 йәшлек уҡыусыһы, алдан билдәләнеүенсә, тәмәкеһеҙ никотин ҡатнашмаһы ҡулланғандан һуң ағыу- ланыу билдәләре менән дауаханаға килтерелгән.
Беҙҙең эш актуаль проблема – үҫмерҙәрҙең сәйнәй торған тәмәке (снюс) ҡулланыуына бағышланған.
Тәмәкенең зыяны тураһындағы теманы асыр өсөн, шулай уҡ уҡыусылар менән профилактик эш алып барыу маҡсатында беҙ химия уҡытыусыһы Рәмзиә Хәким ҡыҙы Мөхөбуллина менән тикшеренеү эше үткәрҙек.
Снюс ҡулланыу һаулыҡты ныҡ ҡаҡшата һәм кеше, айырыуса үҫмер һаулығына зыян килтерә. Беҙ күҙ алдына ла килтермәгән төрлө сирҙәр үҫешә. Снюс наркотик түгел, әммә ул организмға үтә лә зыянлы йоғонто яһай һәм уны ҡулланыу арҡаһында барлыҡҡа килгән никотин бәйлелеге дауалауға мохтаж.
Уны ҡабул итеү ағыуланыуға һәм үлемгә килтерергә мөмкин, сөнки ҡатышма составына синтетик никотин инә. Снюс – тәмәкенең һаулыҡ өсөн ҡурҡыныс тыуҙырған һәм көслө бәйлелеккә килтергән ярайһы уҡ ҡурҡыныслы төрө. Шуға күрә уны ҡулланыр-ҙан алда, был ғәҙәтте еңеүе бик тә еңел булмаясағы тураһында уйланырға кәрәк.
Еҫ ҡалдырмау арҡаһында, үҫмерҙәр араһында снюс ҡулланыу проблемаһы көнүҙәккә әйләнде һәм ата-әсәгә балаһының уны ҡулланамы-юҡмы икәнен аңлауы ҡыйын. Быны бары тик баланың үҙ-үҙен тотошона ҡарап ҡына күрергә була: ул ҡыҙып барыусанға, тын-ғыһыҙға әйләнә, йөрәк тибеше йышая, ярһыусан булып китә, күҙ ҡараһы киңәйә, күңеле болғаныу, ҡоҫоу һәм ирен аҫтында сей яра барлыҡҡа килеүе ихтимал.
Диагностик тикшереү уҙғарылды. Уны “Склонность к зависимости употребления психоактивных веществ” тест-һорау алыуы ярҙамында психологтар менән берлектә үткәрҙеләр.
Аноним анкета тултырыу 8 – 11 клас-тарҙың 149 уҡыусыһының 10-һында тыйылған наркотик һәм психотроп матдәләр ҡулланыуға бәйлелеккә әүәҫлек билдәләрен күрһәткән.
Шулай уҡ анкета 96 кешенең 48-е снюстың ни икәнен белеүен күрһәтте, 6 кеше үҙҙәренә наркотиктар тәҡдим итеүҙәре тураһында белдерҙе (дуҫтары, класташтары, таныш булмаған кеше).
7-8-се класс уҡыусылары араһында анкета тултырыу уҙғарылды. Унда 98 бала ҡатнашты. Һөҙөмтәлә күп уҡыу- сыларҙың сәйнәй торған төймәләрҙең зыяны тураһында яҡшы аңлауы асыҡланды. Ләкин һәләкәтле тәьҫире тураһында белмәгән һәм ундай проблема хаҡында ишетмәгәндәре лә бар.
Анкета тултырыуҙа ҡатнашыусы- ларҙың күбеһе снюстың һаулыҡҡа ҙур зыян килтереүен аңлай һәм хатта йәштәр араһында яман ғәҙәт менән көрәшеүҙең тәьҫирле (беҙҙең ҡарашҡа), шул уҡ ваҡытта ябай ысулдарын тәҡдим итте. Мәҫәлән, мәктәптәрҙә снюс ҡулланыуҙың зыяны һәм эҙемтәләре тураһында документаль фильмдар күрһәтеү; снюстың зыяны тураһында табиптар сығыштарын ойоштороу; балалар- ҙы снюсҡа ҡаршы плакаттар менән пропагандалау, рәсемдәр күргәҙмәләре һәм шиғырҙар менән ҡыҙыҡһындырыу; йәштәрҙе спортҡа йәлеп итеү; балаларҙы яман ғәҙәттәргә бәйлеләр ятҡан дауаханаға экскурсияларға йөрөтөү; ата-әсәләр шәхси өлгө күрһәтергә тейеш.
Уҡыусыларҙың был проблемаға ҡарата үҙҙәренең мөнәсәбәттәрен шиғри формала яҙыуҙарын үтендек. Беҙ “Һаулығыңды йәштән һаҡла” буклеты сығарып, уҡыусылар араһында тараттыҡ.
Илгә сәләмәт, ныҡлы быуын кәрәк! Билдәле кешеләрҙең һүҙҙәре лә шуға раҫ. Тыуған илебеҙ фәнен данлаусы академик И. П. Павлов тәмәкенән тыйылыу һаулыҡ һәм оҙон ғүмерҙең төп шарттарының береһе тип иҫәпләгән. Һәр кемгә быны мөмкин тиклем тәрәнерәк аңларға кәрәк. Бер кем дә үҙ ирке менән үҙенең һаулығын бөтөрөргә тейеш түгел. Беҙҙең тикшеренеү эшендәге мәғлүмәттең үҫмерҙәрҙе һәләкәтле ғәҙәттең эҙемтәләре тураһында етди уйланырға мәжбүр итер, тикшеренеү һөҙөмтәләренең уҡыусыларға үҙ организмдарына һаҡсыл ҡарарға ярҙам итер һәм ошо мәҡәләне уҡығандан һуң һәр кем үҙе өсөн ниндәйҙер мөһим нәмә алыр, тип өмөтләнәбеҙ.
Беҙ снюсҡа – сәйнәй торған тәмәкегә ҡаршы. Артабан беҙ уның составын химия лабораторияһындағы тәжрибәләрҙә һәм уның орлоҡтар үҫешенә, үҫемлектәрҙең үҫешеүенә йоғонтоһон тикшерергә планлаштырабыҙ.