Мәсетле тормошо
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
20 Ғинуар 2020, 14:00

Янғынға ҡаршы саралар

Байрам көндәрендә бөтә ашығыс хеҙмәттәр ҙә көсәйтелгән режимда эшләне.

Статистика буйынса Яңы йыл байрамдарында Төньяҡ-Көнсығыш территорияһында ете янғын теркәлгән, уларҙа һәләк булыусылар һәм зыян күреүселәр юҡ.
Байрам тантанаһы алдынан Дыуан район-ара янғын күҙәтеүе бүлеге хеҙмәткәрҙәре социаль-мәҙәни объекттарҙа янғын хәүеф-һеҙлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән күҙәтеү-профилактика саралары комплексын уҙғарҙы.
Көн һайын федераль янғынға ҡаршы хеҙмәт һәм дәүләт янғын күҙәтеүе хеҙмәткәрҙәре байрам саралары уҙғарыу объекттарында комплекслы хәүефһеҙлекте тәьмин итте. Профилактик эш алып барыу арҡаһында әлеге объекттарҙа янғындар сығыуға юл ҡуйылмаған. Шулай уҡ ирекмәндәр менән берлектә торлаҡ секторы тикшерелде. Социаль әһәмиәттәге объекттарҙа профилактик саралар үткәрелде.
Пиротехник изделиеларҙы рөхсәтһеҙ һатыу менән бәйле хоҡуҡ боҙоуҙарҙы профилактикалауға айырым иғтибар бүленде. Эске эштәр органдары вәкилдәре менән берлектә сертификацияланмаған пиротехник продукцияны һатыу осраҡтарын асыҡлау буйынса рейдтар ойошторолдо.
Денис ОЖЕГОВ,
Дыуан, Мәсетле, Балаҡатай, Ҡыйғы һәм Салауат райондарының янғын күҙәтеүе буйынса дәүләт инспекторы.