Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
14 Ғинуар 2020, 14:00

Районда “Ҡаргиҙәр” операцияһы старт алды

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт техник күҙәтеүе инспекцияһының 2020 йылдың 9 ғинуарындағы 1-се бойороғон үтәү өсөн 13 ғинуарҙан 14 февралгә тиклем район территорияһында “Ҡаргиҙәр” шартлы исеме аҫтында юлһыҙ ерҙән йөрөүсе мотосараларҙы эксплуатациялау процесында хоҡуҡ боҙоуҙарҙы профилактикалау буйынса саралар уҙғарыла.

Сараның маҡсаттары һәм бурыстары: ҡаргиҙәрҙәрҙе эксплуатациялаған ваҡытта билдәләнгән техник торош, хәрәкәт хәүефһеҙлеге, хәүефһеҙлек техникаһы, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау талаптарының үтәлеүен тәьмин итеү, дәүләт теркәүе һәм юлһыҙ ерҙән йөрөүсе мотосаралар менән идара итеүгә рөхсәт ҡағиҙәләрен үтәү.
Профилактик операция үткәргән осорҙа юлһыҙ ерҙән йөрөүсе мотосараларҙың техник торошон тикшереүҙәр ойоштороласаҡ, шул иҫәптән Баш-ҡортостан Республикаһының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы белгестәре, МВД-ның БР буйынса ЮХХДИ идаралығы дәүләт инспекторҙары менән берлектә.
Рейдтар барышында, ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, кешеләр ғүмере, һаулығы өсөн хәүефһеҙлек һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау талаптарын һан- ға һуҡмаусы техника хужа- ларына ҡарата административ тәьҫир итеү саралары күре- ләсәк.
Рәис ӘХМӘҘИЕВ,
Мәсетле районы буйынса баш дәүләт техник күҙәтеү инженер-инспекторы.