Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
23 Декабрь 2019, 13:00

Ҡышҡы осорҙа һыу объекттарында үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре

Күп йыллыҡ тәжрибәләргә нигеҙләнгән хәүефһеҙлек саралары тураһында барыһы ла белә. Уларҙың әһәмиәте шул тиклем ҙур, уларҙы һанға һуҡмаған өсөн ҡайһы саҡ һаулыҡ, хатта ғүмер менән түләргә тура килә.

Ҡышҡы осорҙа һыу ятҡылыҡтарында Мәсетле районы халҡының именлеген профилактикалау маҡсатында генерал А. Ф. Әхмәтханов исемендәге зональ эҙләү-ҡотҡарыу отряды (Малаяҙ ауылы) район халҡына һәм ҡунаҡтарына ҡышҡы осорҙа һыу объекттарында үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре һәм хәүефһеҙлек сараларын һаҡлау кәрәклеге тураһында иҫкә төшөрә:
1. Һис бер осраҡта ла ҡараңғыла һәм көн йонсоу бул-ғанда (томан, ҡар йәки ямғыр яуғанда) боҙға сығырға ярамай.
2. Йылға аша сыҡҡанда махсус боҙ кисеүенән файҙаланығыҙ.
3. Боҙҙоң ныҡлығын тибеп ҡарап тикшерергә ярамай. Әгәр утын ағасы йә булмаһа саңғы таяғы менән бер тапҡыр ныҡ итеп һуҡҡандан һуң бер аҙ һыу күренһә, был, боҙ йоҡа, уның өҫтөнән йөрөргә ярамай, тигәнде аңлата. Был осраҡта үҙ эҙең буйлап аяҡтарҙы боҙҙан айырмайса шыуҙырып ҡына һәм ауырлыҡ ҙур майҙанға төш-һөн өсөн уларҙы яурындар киңлегендә айырып баҫып шунда уҡ ярға сығырға кәрәк. Боҙҙа һағайтыусы сыртлауҙар бул-ғанда һәм сатнаған урындар барлыҡҡа килгән ваҡытта ла шулай эшләйҙәр.
4. Һыу ятҡылығы аша сығыр-ға мәжбүр булғанда тапалған һуҡмаҡтан йәки алдан һалын-ған саңғы юлынан йөрөү хәүеф-һеҙерәк. Әгәр ҙә инде улар булмаһа, боҙға төшөр алдынан ныҡлы иғтибар менән тирә-яҡты күҙҙән үткәрергә һәм алда торған маршрутты билдәләргә.
5. Төркөм менән һыу ятҡылығы аша сыҡҡанда бер-берегеҙ араһындағы арауыҡты (5-6 м) һаҡларға.
6. Туңған йылға (күл) аша саңғы менән сығыу яҡшыраҡ, шуның менән бергә кәрәк саҡта тиҙ генә сисеп ташлау өсөн саңғы беркеткестәрен һәм ҡулдарға эленгән саңғы таяҡтарын элмәктәренән ысҡындырып ҡуйырға.
7. Әгәр арҡағыҙҙа рюкзак булһа, боҙ уйылып киткән осраҡта йөктән тиҙ генә арыныу өсөн уны бер генә ҡулбашҡа элергә.
8. Туңған һыу ятҡылығы аша сығырға тура килеү осрағына үҙең менән осонда йөгө һәм алдан әҙерләп ҡуйылған ҙур элмәге булған 20-25 метр оҙонлоғондағы ныҡлы бау алырға. Йөк бауҙы боҙ уйылып төшөп киткән осраҡта иптәшкә ырғытырға ярҙам итәсәк, ә элмәк бәләгә тарыған кеше уны ҡултыҡ аҫтарынан үткәреп бауға нығыраҡ тотона алһын өсөн кәрәк.
9. Ата-әсәләргә ныҡлы үтенес: балаларығыҙҙы ҡараусыһыҙ үҙҙәрен генә боҙға (балыҡҡа, саңғыла йәки конькиҙа шыуырға) ебәрмәгеҙ.
10. Һыу ятҡылыҡтарындағы фажиғәләргә иң йыш сәбәпсе булған нәмә – ул алкоголдән иҫереү. Ундай кешеләр хәүефте дөрөҫ баһалай алмай һәм ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә көсһөҙгә әйләнә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: хәүеф-һеҙлек сараларын мотлаҡ үтәү генә бәләнән һаҡлай ала.
Төрлө ашығыс хәлдәрҙә 112, 8 (34777) 2-14-14; 8-987-015- 19-41 (Малаяҙ ауылы зональ эҙләү-ҡотҡарыу отряды) телефоны буйынса шылтыратығыҙ.
Давид САБИТОВ,
генерал А. Ф. Әхмәтханов исемендәге зональ
эҙләү-ҡотҡарыу отряды начальнигы.