Бер Яңы йыл байрамы ла урман ҡупшыҡайынан башҡа үтмәй. Уны, төрлө төҫтәре менән балҡып, байрамға тылсым өҫтәгән гирляндалар менән биҙәйҙәр. Ошо матурлыҡтың йәмен ебәрмәҫ һәм күңелһеҙ хәлдәргә юлыҡмаҫ өсөн хәүефһеҙлек тураһында иҫтә тоторға кәрәк.
Шыршыны янғын хәүефһеҙлеге буйынса урынлаштырыу ҡағиҙәләрен ҡарап үтәйек. Иң тәүҙә урман ҡунағына урынды дөрөҫ һайларға кәрәк. Уны йылытыу приборҙарынан, шул иҫәптән камин һәм мейестәрҙән алыҫ ҡуйығыҙ. Ул бинанан сығырға, кешеләрҙе эвакуацияларға ҡамасауламаҫҡа тейеш.
Шыршы ныҡ торһон. Махсус ҡуйыу ҡулайламаһы булһа яҡшыраҡ. Уны биҙәгәндә тиҙ тоҡанып китеүсән предметтарҙы: мамыҡ, пластик, ҡағыҙ, шәм ҡулланмағыҙ.
Пиротехникаға ҡаралған талаптар гирляндаларға ла ҡағыла. Улар сифатлы, завод гарантияһы менән, төҙөк булырға тейеш. Шыршы эргәһендә бенгал уттары ҡабыҙмағыҙ, осҡондары ботаҡтарға эләгеп, янғын сығыуы ихтимал.
Әгәр гирлянданың төҙөк булмауын күреп ҡалһағыҙ (лампочкалары янмаһа, көсһөҙ янһа) йәки еҫе сыҡһа, уны шунда уҡ һүндерергә кәрәк. Сәбәбе асыҡланып, етешһеҙлек бөтөрөлмәйенсә тороп, уны ҡабыҙмағыҙ.
Бинаны ҡалдырып сығып китһәгеҙ, йәки йоҡларға ятһағыҙ, барлыҡ электр приборҙарын розетканан һүндерегеҙ. Яһалма шыршы янып китһә, уны иҙәнгә йығытып, өҫтөн тығыҙ туҡыма менән ҡапларға һәм кислород килеүен туҡтатырға кәрәк. Шунан һуң янғын һүндереүселәрҙе саҡырығыҙ.
Мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында Яңы йыл байрамдары – күңелле күренеш. Байрамдың йәмен ебәрмәҫ өсөн түбәндәгеләрҙе иҫтә тоторға һәм теүәл үтәргә кәрәк.
Шыршыла янғын хәүефһеҙлеге өсөн байрам үткән ойошма етәксеһе яуап бирә. Яңы йыл саралары алдынан бинаның янғын хәүефһеҙлеге нормаларына тап килеүен тикшереү мотлаҡ. Асыҡлап әйтеп үткәндә, бина янып китеүсән материалдан торһа, байрам икенсе ҡаттан юғары булмаҫҡа тейеш. Яҙыуы яҡтыр- тылған ике сығыу урыны булыуы мөһим.
Шыршы янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренә тап килергә тейеш.
Балалар байрамдарында хлопушкалар, бенгал уттары, пиротехник изделиелар ҡулланмау яҡшыраҡ.
Янғын һүндереү саралары төҙөк һәм байрам уҙған урынға яҡын булырға тейеш.
Күптәр байрам мәшәҡәттәре менән бер мөһим нәмәне иҫтәренән сығара. Байрамда ҡатнаш-ҡан барлыҡ балаларҙы һәм ололарҙы, шул иҫәптән саҡырылған артистарҙы индереп, исемлек төҙөргә кәрәк. Был, янғын сыҡҡан осраҡта, эвакуациянан һуң бина эсендә ҡалыуы ихтимал кешеләрҙе исемлек буйынса асыҡларға мөмкинлек бирәсәк. Шыршыла янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре тураһында ата-әсәләргә лә оноторға ярамай. Күптәр, матурлыҡ һәм үҙенсәлеклелек артынан ҡыуып, баланың кейеменең хәүефһеҙлеге тураһында онота. Карнавал костюмдары һәм биҙәүестәр тиҙ тоҡанып китеүсән предметтарҙан тормаһын.
Янғын хәүефһеҙлеге талаптарын боҙған өсөн яуаплылыҡ
Административ хоҡуҡ боҙоу-ҙар тураһында кодексҡа һәм “Янғын хәүефһеҙлеге тураһында” Федераль законға ярашлы, янғын хәүефһеҙлеге талаптарын боҙған өсөн бина хужаларының, шулай уҡ янғын хәүефһеҙлеге өсөн яуап-лы кешеләрҙең административ яуаплылыҡҡа тарттырылыуы ихтимал.
Янғын һөҙөмтәһендә матди зыяндан тыш, кешеләр сәләмәтлегенә еңел һәм уртаса зыян килгән осраҡта, штраф 4000 – 400000 һум тәшкил итеүе ихтимал.
Янғын кемдеңдер ғүмерен өҙһә, йәки сәләмәтлегенә ауыр зыян килтерһә, юридик берәмектәр 600 мең һумдан алып 1 млн һумға тиклем штраф түләйәсәк. Шулай уҡ уларға 3 айға тиклем эшмәкәрлектәрен дауам итеүҙе тыйыуҙары ихтимал. Физик берәмектең 7 йылға иркенән мәхрүм ителеүе ихтимал.
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: янғын хәүеф-һеҙлеге ҡағиҙәләре байрамда иректе һәм хоҡуҡтарҙы сикләү өсөн түгел, ә ғүмерҙәрҙе һәм сәләмәтлекте һаҡлауға йүнәлтелгән.