Диспетчер пультына ошо хәлгә шаһит булған ҡатын хәбәр итә. Асыҡланыуынса, өс ир иртән балыҡ ҡармаҡларға Ағиҙелгә килә. Ҡайтырға сыҡҡанда боҙ сатнап, икәүһе һыуға сума. Өсөнсөһө, әйберҙәрен атып бәреп, ярҙамға ашыға. Балыҡсыларҙың береһен һыуҙан алып сыға, әммә икенсеһен ҡотҡара алмай, сөнки боҙ аяҡ аҫтында ярыла башлай. Шуға күрә бәләгә тарыған иптәштәрен ҡотҡарыу өсөн икәүләп, ярҙан кәмә килтереп, ярҙамға ашығалар. Бәләгә ҡалған балыҡсы һыуҙа ярты сәғәт торғандан һуң боҙ аҫтына китә. Ваҡытында ҡотҡарыусыларға хәбәр иткәндә, бәлки, фажиғәгә юлығылмаҫ ине лә бит.