Виртуаль мутлашыусылар-ҙың тоҙағына эләкмәгеҙ
Йыл башынан республикала дистанцион мутлашыусылар һаны өс тапҡырға артып китте. Дөйөм алғанда, интернет ике яҡлы. Бер яҡтан, ул коммуникацияны күпкә еңеләйтә, икенсе яғынан – насар уйлы кешеләр бер нисә минут эсендә һеҙҙең кеҫәгеҙҙе йоҡарта ала. “Бөгөн өйҙә ултырып ҡына хеҙмәттәрҙән файҙалана алыу беҙҙе ҡыуандыра. Әммә ҙур суммаға бәйле мәсьәләләрҙе урында – банктарҙа, сауҙа нөктәләрендә хәл итергә кәрәк”, – ти Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы енәйәтселәрҙе эҙләү идаралығының дөйөм енәйәт йүнәлешендәге мутлашыуҙарҙы һәм телекоммуникация технологиялары ярҙамында урлашыуҙарҙы асыҡлау буйынса бүлек начальнигы Азат Тимерйәнов. Уның әйтеүенсә, мутлашыусыларҙың иң киң таралған алымдары – телефон аша үҙҙәрен банк хеҙмәткәре итеп таныштырыуҙары, популяр интернет-сервисҡа ҡуйылған иғландар ярҙамында алдау.
– Мутлашыусылар банктың хәүефһеҙлек хеҙмәте исеменән шылтырата һәм клиенттың картаһы блокировкалан-ғанға оҡшауы йәки шикле операция һиҙеп ҡалыуҙары тураһында хәбәр итә, – тип һүҙен дауам итте әңгәмәсебеҙ. – Артабан ике осраҡта ла схема бер төрлө: карта номерын, шул иҫәптән картаның ялған булмауын тикшереү өсөн картаның артына яҙылған өс һанлы кодты әйтергә һорайҙар.
Артабан СМС-хәбәр аша телефонға килгән бер тапҡыр ебәрелә торған паролде һорай-ҙар. Ебәрелгән СМС-хәбәрҙә был паролде бер кемгә лә, хатта банк хеҙмәткәренә лә хәбәр итмәүҙе һораһалар ҙа, халыҡ, ҡағиҙә булараҡ, иҫкәртеүҙәргә иғтибар итмәй. Иҫәптән шунда уҡ аҡса юҡҡа сыға.
Күптән түгел Өфөлә мутлашыусылар ошондай ысул менән бер ҡатындың банк картаһынан 400 мең һум аҡсаһын алғандар. Бындай тоҙаҡҡа йәш һәм урта йәштәгеләр, йәғни банк хеҙмәте менән әүҙем ҡулланыусылар эләгә.
Мутлашыусыларҙың берәүҙәре осраҡлы шылтыратып, үҙҙәренең ҡара эштәрен эшләһә, икенселәре ниндәйҙер юл менән клиенттар базаһын алыу-ға ирешә һәм йөҙәрләгән кешенең персональ мәғлүмәттәрен ҡулдарына төшөрә. Шуға күрә телефон аша һөйләшкәндә һеҙгә исемегеҙ менән өн- дәшһәләр ҙә, был шылтыра- тыусыға ышанып барырға һәм уға конфиденциаль мәғлүмәтте хәбәр итергә мөмкин тигәнде аңлатмай.
Саҡ ҡына шик тыуһа ла телефон аша һөйләшеүҙе шунда уҡ өҙөргә һәм банктың “Ҡыҙыу линия”һына шылтыратырға. Уның һандары картаның икенсе яғында яҙылған. Йәки һеҙгә шылтыратҡан номерға кире шылтыратып ҡарарға мөмкин – абонент телефонын һүндереп ҡуйған буласаҡ. Әллә ни ҡатмарлы булмаған ошо ҡағиҙәләрҙе үтәп, үҙегеҙҙе күңелһеҙ хәлдәрҙән ҡурсалап ҡала алаһығыҙ.
– Беренсе вариант – нимәһендер һатыр өсөн интернет-ҡа мәғлүмәт ҡуйыусыға шылтыраталар һәм карта номерын һорайҙар, йәнәһе лә, әйберҙе ҡулдан ысҡындырмаҫ өсөн, аҡсаһын алдан күсереп ҡуялар, – тип аңлата Азат Тимерйәнов. – Артабан банк картаһы менән булған хәл ҡабатлана: уның номерын, кодын, бер тапҡыр килә торған паролде һорайҙар.
Икенсе ысул – мутлашыу-сылар иғтибар йәлеп итеү өсөн арзан хаҡҡа тауар һатыу тураһында иғлан ҡуялар. Һатып алыусы, ҡағиҙә булараҡ, отош-ло тауарҙан тороп ҡалмаҫ өсөн алдан аҡсаһын күсерергә ризалаша. Һөҙөмтәлә – тауар ҙа, аҡса ла юҡ. Мутлашыусылар-ҙы һуңынан шылтыратып алып булмай, сөнки артабан зыян күреүсенең номеры “ҡара исемлек”кә индерелә.
Әйткәндәй, алдан түләү юлы менән түбән хаҡҡа тауар тәҡдим итеүсе сайттарҙың да тоҙаҡ булыуы ихтимал. Унда эшләүселәр тағы ла оҫтараҡ, сөнки ялған сайт булдырып, уны юридик яҡтан теркәргә, шылтыратыусыларға яуап биреп ултыр-һындар өсөн кешеләр ҡуйырға кәрәк. Эҙҙәренән улар виртуаль шәхси селтәрҙәр аша ҡотола, интернет-магазиндарҙың адрестары Рәсәй менән хоҡуҡи хеҙмәттәшлек тураһында килешеү булмаған илдәрҙә теркәлгән. Аҡсаны уның артабан ҡайҙа киткәнлеге күренмәҫлек итеп күсерәләр. Йәки аҡсаны биткоинға – һанлы валютаға әйләндерәләр. Тәүҙә криптовалюта ярҙамында ҡорал һәм наркотик менән һатыу итеүселәр, экстремистар файҙалана ине. Хәҙер был ысулды мутлашыусылар ҙа ҡуллана.
Телефонға яуап биреп ултырыусы эшен тәҡдим итеүселәр менән дә һаҡ булырға кәрәк. Юғиһә һеҙҙең эшмәкәрлек менән хоҡуҡ һаҡлау органдары ҡыҙыҡһына башлауы ихтимал. Урталыҡта эш итеүсе булараҡ енәйәт яуаплылығына тарттырыуҙары бар. Һәр хәлдә оҙайлы ваҡытҡа күңелһеҙ хәлдәр һеҙгә тәьмин ителәсәк.
Ә хәҙер биржа уйыны тураһында. Унда уңышлы һөҙөмтәгә ирешеү өсөн кәм тигәндә етди иҡтисади белемгә һәм күп йыллыҡ тәжрибәгә эйә булырға кәрәк. Мутлашыусылар был өлкәне лә ситләп үтмәне. Биржа уйындарының демоверсиялары бар. Ҡайһы берәүҙәр биржала уйнайым тип уйлай, әммә уның ысынбарлыҡҡа бер ҡағылышы ла юҡ. Ә һөҙөмтәлә кеше ысын аҡсаларын юғалта.
– Йышыраҡ мутлашыусылар тоҙағына ололар эләгә. Енәйәтселәр үҙҙәрен газ, электр йәки һыу селтәре хеҙмәткәре, осһоҙ аҙыҡ-түлек һатып йөрөүсе, сихыр ҡайтарыусы тип таныштыра. Бөгөн уларҙың һаны кәмеһә лә, енәйәттәр булып тора. Оло йәштә булыу сәбәпле әбей-бабайҙар һуңынан хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренә енәйәтсе тураһында ентекләп һөйләй ҙә алмай. Шунлыҡтан уларҙың йәшерәк туғандары ҡарттарҙы енәйәтсел уй менән эш итеүселәрҙән ҡурсаларға тейеш.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, мутлашыусылар өлкәндәргә магазиндыҡынан әллә күпме тап-ҡырға ҡиммәтерәк янғын иҫкәрткестәр, газоанализаторҙар ҡуйырға тәҡдим итәләр. Күпмелер ваҡыт үткәс, уларҙы алыштырырға кәрәк тип тағы киләләр. Сәбәбен төрлөсә аңлаталар: сифаты насар, файҙаланыу срогы сыҡҡан, эшләмәй башлаған, йәнәһе.
Күптән түгел беҙҙең хеҙмәткәрҙәр бер әбейҙең өйөнә барҙы. Уның өйөндә шул тиклем күп датчиктар ҡуйылған, өйө хатта ниндәйҙер штаб-квартираны хәтерләтеп ҡуйҙы. Шкафында датчиктар һалынған тағы ла ике тоҡ ята ине. Бар аҡсаһы шуларға киткәндер инде, моғайын. Беҙҙең ҡарттар ышаныусан, уларҙы ҡурҡытыу йәки алдау бер ни тормай. Алмаһалар, янғын йәки газ хеҙмәтенән тикшереүселәр килеп штраф һаласаҡтар, тип ҡурҡыталар. Етмәһә, күп осраҡта ололарҙың аҡсаларын урлап сығалар, йәки ялған аҡсалар менән иҫәпләшәләр.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: таныш түгел кешеләрҙе фатирығыҙға индерер алдынан уның исем-шәрифен, вазифаһын һорап эшләгән еренә шылтыратып, уның шунда эшләүе тураһында белешегеҙ.
БР буйынса Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2019 йылда республикала мутлашыуҙар һаны артыуы күҙәтелә: һигеҙ ай эсендә 3 мең 800-ҙән ашыу факт теркәлгән – уҙған йыл менән сағыштыр-ғанда 30 процентҡа күберәк. Нигеҙҙә был дистанцион енәйәт – 1288 енәйәт интернет ярҙамында ҡылынған (+264), 950 – телефон буйынса (+540).
Газовиктар, һыу үткәреүселәр, социаль хеҙмәткәрҙәр һәм башҡалар булып йөрөгән мутлашыусыларҙың 44 факты теркәлгән – дүрткә күберәк, уҙған йыл кимәлендә тиерлек.
Һуңғы йылдарҙа кеше хаҡына байырға теләгән мутлашыу-сылар бигерәк күбәйеп китте. Уяу булайыҡ, хәләл аҡсабыҙҙың бәрәкәтен күрәйек, яҡындарыбыҙҙы, ололарҙы мутлашыу ауынан аралайыҡ.
“Республика Башкортостан” гәзитенән.