Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
19 Ноябрь 2019, 18:00

Хәүефһеҙлек аҙналығы

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт техник күҙәтеүе инспекцияһының 2019 йылдың 8 ноябрендәге бойороғон башҡарыу маҡсатында 18-29 ноябрҙә район территорияһында үҙйөрөшлө машиналарҙы һәм уларға тағылмалар-ҙы файҙаланыу барышында хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса “Хәүеф-һеҙлек аҙналығы” шартлы исеме аҫтында ун көнлөк уҙғарыла.

Ун көнлөк барышында Дәүләт техник күҙәтеүе инспекцияһы инженер-инспекторҙары БР Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу, БР Урман хужалығы министрлыҡтары, эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре менән берлектә үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм уларға тағылмаларҙың файҙаланыу барышында техник торошон тикшерәсәк.

Операцияның маҡсаты һәм бурыс-тары: техник торош, хәрәкәт хәүеф-һеҙлеге, хәүефһеҙлек техникаһы, үҙйөрөшлө машиналарҙы файҙаланғанда тирә яҡ мөхитте һаҡлау талаптарын үтәүҙе тәьмин итеү, дәүләт теркәүе һәм үҙйөрөшлө машиналар менән идара итеүгә рөхсәт биреү ҡағиҙәләрен, транспорт саралары хужаларының гражданлыҡ яуаплылығын мотлаҡ страховкалау тураһында талаптарҙы үтәү.

Кешеләрҙең ғүмере һәм сәләмәтлегенә ҡарата хәүефһеҙлек, тирә яҡ мөхитте һаҡлау талаптарын үтәмәгән техника хужаларына ҡарата, ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, административ йоғонто саралары күреләсәк.

Динар БАҺАУЕТДИНОВ,

Мәсетле районы буйынса баш дәүләт инженер-инспекторы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы.