Мәсетле тормошо
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
13 Ноябрь 2019, 14:00

Ҡараңғыла юлдар үтә хәүефле

Район водителдәре йәйәүлеләрҙең яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтар (фликерҙар) йөрөтөүҙәрен үтенә.

Йәйәүлеләрҙе төрттөрөү осраҡтарының күпселек өлөшө тәүлектең ҡараңғы ваҡытына тура килеүе тураһында иҫкәртеп торһалар ҙа, райондаштарыбыҙҙың күпселеге яҡтылыҡты ҡайтарыусы элементтар ҡуймай йөрөүҙәрен дауам итә.

2015 йылдың 1 июленән Рәсәйҙә йәйәүлеләр түбәндәге осраҡтарҙа фликерҙар йөрөтөргә бурыслы: торама пункттан ситтә, юл аша сыҡҡанда, юл ситенән атлағанда, ҡараңғы ваҡытта йәки күреү мөмкинлеге насар булғанда. Рәсәй ЮХХДИ-һының фәнни-тикшеренеү үҙәге хеҙмәткәрҙәре һәм улар-ҙың сит илдәрҙәге коллегалары уҙғарған тикшереүҙәр йәйәүлеләр фликерҙар йөрөткәндә уларҙың транспорт аҫтында ҡалыу хәүефен 6,5 тапҡырға кәметеүен күрһәткән. Водитель яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементы булған йәйәүлене алыҫтаныраҡ күрә: 30 метр урынына – 150 метр алыҫлыҡтан. Алыҫҡа яҡтыртҡан фарҙарға 400 метр-ҙан уҡ күреү мөмкинлеге бирә.
Фликерҙы нисек йөрөтөргә?

Яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтарҙы беләҙеккә, беләккә, сумкаға, велосипедҡа, ҡыҫҡаһы, үҙегеҙгә уңайлы урынға беркетеп йөрөтөргә мөмкин. Иң ҡулайлы вариант дүрт фликер-ҙан тора: алғы яҡта (күкрәктә йәки ҡайышта), артта (арҡала йәки рюкзакта), еңдәрҙә.

Фликерҙарҙың барыһы ла еңел кейелә һәм ышаныслы беркетелә. Уның оҙағыраҡ хеҙмәт итеүен тәләһәгеҙ, көслө механик зыян килеүҙән һаҡлағыҙ: бөкләмәгеҙ, сағылдырыусы өлөшөн ышҡымағыҙ. Таҙа сағында ғына фликер һөҙөмтәле. Уны кер йыуыу машинаһына һалмағыҙ, өҫтөн еүеш туҡыма менән һөртөп алыу ҙа етә. Әгәр өҫтө төҫһөҙләнһә йәки боҙолһа, уны алмаштырырға кәрәк.
Ҡайҙа алырға мөмкин?

Яҡтылыҡты ҡайтарыусы элементтарҙы район үҙәгенең сауҙа нөктәләрендә һәм дарыуханаларында, мәҫәлән, “Вега” сауҙа үҙәгендә, “Фармленд” дарыуханаһында, почтала алырға мөмкин. Уларҙың төрлө төҫтәгеһе һәм формалағыһы бар.
Был урында октябрҙә районда йәйәүлеләр ҡатнашлығында ике юл фажиғәһе булғанын иҫкә төшөрөп китеү урынлы булыр. Улар икеһе лә тәүлектең ҡараңғы ваҡытында теркәлгән. Шулай уҡ 7 ноябрҙә Дыуан районында Мәсәғүт ауылы янында 44 йәшлек кеше ун икенсе модель “ВАЗ” тәгәрмәстәре аҫтында ҡалған. Водителдең һүҙҙәренсә, йәйәүле юлдың автомобилдәр хәрәкәте өлөшөнән китеп барған. Ул ҡара төҫтәге кейемдә булған, өҫтөндә яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтар юҡ. Шунлыҡтан водитель уны шунда уҡ күрмәгән һәм өҫтөнә барып менгән.
Хөрмәтле мәсетлеләр! Юлдарҙа иғтибарлы һәм һаҡ булығыҙ, Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙмағыҙ, бер-берегеҙгә ҡарата ихтирам күрһәтегеҙ.