Мәсетле тормошо
+11 °С
Облачно
Бәлә булмаһын өсөн
5 Ноября 2019, 07:44

Һаҡ булығыҙ: әле боҙ йоҡа!

Халыҡ ҡыш еткәнен һағынып көтөп ала. Ҡыш үҙенең үҙенсәлекле матурлыҡтары менән бергә ҡайһы бер хәүефле яҡтары менән дә билдәле. Бала-саға боҙҙа уйнағанда, ир-ат боҙ өҫтөндә балыҡ ҡармаҡлағанда, йылға аша сыҡҡанда йыш ҡына хәүефле осраҡтар килеп сыға ла инде.

Ошо көндәрҙә Нуриман районының Байгилде ауылында Бәләкәй күлендә тәүге боҙ аҫтына өс бала батып, уларҙың береһе һәләк булды.


Өс, биш һәм ете йәшлек балалар өйҙәренән йыраҡ түгел күлгә уйнарға сыҡҡан. Боҙ емерелеп, уларҙың һыуға төшөп киткәнен күршеләре күреп ҡалып, атаһына хәбәр иткән. Ир сабыйҙарының икәүһен тиҙ арала табып сығарған. Ә бына ете йәшлек малайҙы бер сәғәт самаһы эҙләп саҡ тапҡан. “Ашығыс ярҙам” табиптары малайға ярҙам итергә тырыша, тик һуң була.


Һыуҙа үлем осраҡтары күберәк ябай ғына хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәгәндән килеп сыға. Әйтәйек норма буйынса һыу аша боҙҙан сығып йөрөр өсөн уның ҡалынлығы 10-12 сантиметр булырға тейеш.


Боҙға ҡар ятһа, боҙ ҡалынлығы 10 сантиметр булғанда, ҡар аҫтында 3 сантиметр ғына тәшкил итеүе мөмкин. Көҙ, яҙ осоронда төркөм менән боҙ аша сыҡҡанда кеше араһы 5-6 метр булырға тейеш. Ҡая аҫтарынан сығып йылғаларға ҡойған шишмә һыуҙары йылыраҡ була, шуға күрә ул тирәлә боҙ һәйбәтләп туңмай, туңһала бик йоҡаҡ була.


Балыҡ тотҡанда (бигерәк тә көҙ, яҙ айҙарында). бер урында боҙҙа күп тишектәр тишергә ярамай. Шулай уҡ бер урында күмәк кеше урынлашыуы ла дөрөҫ түгел. Һәр бер балыҡсы үҙе менән 12-15 метр оҙонлоҡта ныҡлы бау алып йөрөргә тейеш. Бауҙың осона 400-500 грамм ауырлыҡта йөк тағылырға, ә икенсе осон тотонорлоҡ итеп көрмәргә кәрәк.


Боҙ йоҡаҡ булғанда балаларҙың тауҙан һыу яғына ҡарап сана, саңғы шыуыуы ла дөрөҫ түгел, һәләкәткә килтереүе мөмкин. Нисек кенә булмаһын боҙҙа бик һаҡ булырға кәрәк.


Халыҡ бушҡа ғына бәлә аяҡ аҫтында тип әйтмәгәндер бит инде. Боҙҙа һаҡ булығыҙ.


Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ.