Мәсетле тормошо
+19 °С
Облачно
Бәлә булмаһын өсөн
8 Октября 2019, 13:00

Янғын иҫкәрткесен – һәр өйгә, һәр фатирға!

Янғын осрағында кешеләр күберәк төтөндән һәләк була. Бинаға төтөн тулыуы тураһында көслө тауыш менән сигнал биргән янғын иҫкәрткестәре ярҙамға килә.

Мәҫәлән, 2019 йылдың 23 сентябрендә Кушнаренко ауылында янғын иҫкәрткесе 4 иҫерек кешенең ғүмерен ҡотҡара. Был янғын уның иртә асыҡланыуы һәм кешеләргә ҡурҡыныс тураһында ваҡытында хәбәр ителеү арҡаһында ғына ҙур фажиғәгә килтермәй. Автономлы янғын иҫкәрткесе ҡуйып, янғынды ваҡытында асыҡларға һәм шуның менән янғынды, кешеләр һәләкәтен һәм матди зыянды булдырмаҫҡа мөмкин. әлеге прибор һиҙгер элементтары ярҙамында барлыҡҡа килгән төтөнгә яуап итеп көслө тауыш бирә. 3 йылда ғына ла республикала янғын иҫкәрткестәре арҡаһында 290 кешенең, шул иҫәптән 126 баланың ғүмере ҡотҡарылған.

2016 йылдан республика бюджетынан бүленеүсе средстволар иҫәбенә аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләр һәм социаль яҡтан хәүефле балалар булған ғаиләләр автономлы янғын иҫкәрткестәре менән тәьмин ителә. Был аҡсаларға 2016 йылдан Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты тарафынан 90 меңдән ашыу янғын иҫкәрткесе ҡуйылған. 2018 йылдан бала тыуған бөтә ғаиләләрҙең дә янғын иҫкәрткесен алырға хоҡуғы бар.

Унан тыш, автономлы янғын иҫкәрткесен махсуслаштырылған магазиндарҙа, шулай уҡ радиоэлектроника йә хужалыҡ тауарҙары магазиндарында үҙ аллы һатып алырға мөмкин.

Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты республика халҡын йәшәгән урындарында янғын иҫкәрткестәре ҡуйырға, шулай уҡ мөлкәттәрен янғындарҙан страховкаларға өндәй.

Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!


Ф. В. ВАФИН,

БР-ҙың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса

дәүләт комитеты янғынға ҡаршы хеҙмәтенең янғындарҙы профилактикалау хеҙмәте үҙәге инженеры.