Рәсәй Милли банкының Баш-ҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе, райондар хакимиәттәре һәм башҡа органдар граждандарҙы һаҡ булырға һәм финанс ойошмалары тураһында мәғлүмәтте Рәсәй Банкының
www.cbr.ru сайтында финанстар баҙарында ҡатнашыусылар реестрында тикшерергә саҡыра.
Әгәр берәй финанс ойошмаһының легаль булмаған эшмәкәрлек алып барыуын белеп ҡалһағыҙ, 8-800-250-40-72 телефоны буйынса Рәсәй Банкының йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенә мөрәжәғәт итергә мөмкин (Рәсәйҙә шылтыратыу бушлай).