Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
27 Сентябрь 2019, 15:00

Көҙгө-ҡышҡы ваҡыт – юғары хәүеф осоро

Статистика килтергән мәғлүмәттәр буйынса, һалҡын көндәр урынлашыу менән янғындар һаны артыуы һәм уларҙа кешеләрҙең ғүмерҙәре өҙөлөүе күҙәтелә. Был фажиғәләрҙең төп сәбәбе – мейестәргә яҡҡанда һәм электр ҡорамалдары менән файҙалан-ғанда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәмәү.

Уҙған аҙнала республикала мейес менән файҙаланғанда янғын хәүефһеҙлеген үтәмәү сәбәпле 10 янғын сыҡҡан, электр ҡорамалдарын дөрөҫ файҙаланмау һөҙөмтәһендә 16 янғынға юл ҡуйылған, газ ҡорамалдары менән файҙаланыу ҡағиҙәләрен үтәмәгәнлек- тән – 3.

Республикала йыл башынан барлығы 9165 янғын сыҡҡан, уларҙа 194 кеше һәләк булған, 195-е тән йәрәхәттәре алған.


Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты йылытыу приборҙарын файҙаланғанда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре тураһында иҫкәртеп үтә:

- электр сымын һәм электр ҡорамалдарын төҙөк хәлдә тоторға кәрәк;

- монтажлауҙы һәм ремонтлауҙы электромонтер ярҙамы менән генә башҡа- рырға;

- электр селтәрҙәрен ҡыҫҡа ялғаныштан һәм артыҡ көсөргәнештән һаҡлау өсөн заводта етештерелгән һаҡлағыс ҡына ҡулланығыҙ;

- электр приборҙарын электр селтәренә заводта сығарылған штепсель тоташтырғысы ярҙамында ғына тоташтырығыҙ;

- электр ярҙамында йылытыу приборҙарын янып китмәүсән нигеҙгә ҡуйығыҙ, улар мебелдән, келәмдәрҙән, пәрҙәләрҙән, янып китеүсән башҡа материалдарҙан алыҫ торһон;

- ҡулдан яһалған электр йылытҡыстарын ҡулланмағыҙ;

- өҫ кейемдәрен һәм янып китеүсән башҡа материалдар-ҙы электр йылытыу приборҙары өҫтөндә киптермәгеҙ;

- электр селтәренә тоташтырылған электр прибор-ҙарын ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ;

- өҙөлгән һәм иҫке изоляциялы электр сымдарын фай- ҙаланыу тыйыла;

- балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ, эшләп торған электр һәм йылытыу приборҙарын балаларға ҡарарға ҡалдырмағыҙ.


Мейес менән файҙаланыу ҡағиҙәләре:

- мейестәрҙе һәм мөрйәләрен ентекләп тикшерегеҙ, ҡоромдан таҙартығыҙ һәм ремонтлағыҙ;

- кескәй балаларға үҙ аллы мейес яғырға рөхсәт итмәгеҙ;

- мейестең ауыҙы янында иҙәнгә 50х70 см ҙурлығында тимер табаҡ ҡағып ҡуйығыҙ, унда утын һәм тоҡанып китеүсән материалдар һалмағыҙ;

- мебель һәм келәмдәрҙе мейескә яҡын урынлаштырмағыҙ;

- мейес яғыу өсөн тиҙ тоҡанып китеүсән шыйыҡсалар ҡулланмағыҙ;

- мейес һалғанда һәм ремонтлағанда квалификация таныҡлығы булған мейес сығарыу-сыны ғына саҡырығыҙ.

Янғын тураһында автономлы хәбәр иткес ҡуйып, янғын тураһында ваҡытында белеп ҡалырға һәм шуның менән кешеләрҙең ғүмерен, мөлкәтен һаҡларға мөмкин. Ошондай хәбәр итеү сараһы ярҙамында 286 кешенең, шул иҫәптән 126 баланың ғүмере һаҡлап ҡалын-ған.

Онотмағыҙ: янғындың сәбәптәре төрлө, әммә уның сығыуында янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәмәгән кеше генә ғәйепле. Уларға закон тарафынан яуаплылыҡ ҡаралған.


Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт

комитетының янғындарҙы иҫкәртеү хеҙмәте үҙәге.