Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
3 Сентябрь 2019, 17:06

Терроризмһыҙ донъя

Терроризм менән көрәштә теләктәшлек көнө– Рәсәйҙә иң иҫтәлекле даталарҙың береһе. ул йыл һайын 3 сентябрҙә билдәләнә.

Ул РФ-тың 2005 йылдың 21 июлендәге “Рәсәйҙә хәрби дан көндәре тураһында”ғы Федераль законына ярашлы булдырыла. Был дата туранан-тура Бесланда 2004 йылдың 1-3 сентябрендәге ваҡиғалар менән бәйләнгән.

Шуға күрә Төньяҡ Осетияның Беслан мәктәбендә 1 сентябрҙә террористар заложникка алған ваҡыттағы фажиғәле ваҡиғаларҙы иҫкә алмау мөмкин түгел. Ике көн ярым буйына улар ауыр шарттарҙа күпселеген балалар тәшкил иткән, шулай уҡ уларҙың ата-әсәләре һәм мәктәп хеҙмәткәрҙәренән торған 1128 заложникты миналар һалынған бинала тота. Ул саҡта теракт һөҙөмтәһендә 314 кеше һәләк була, уларҙың 186-һы – балалар.

Терроризм менән көрәштә теләктәшлек көнөндә Бесланда ғына түгел, ә бөтә ил буйынса терроризм ҡорбандарын, шулай уҡ хеҙмәт бурысын үтәгән ваҡытта һәләк булған хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәр-ҙәрен иҫкә алалар.

Әлеге ваҡытта бөтөн донъяла терроризмға ҡаршы хәрәкәт әүҙемләшә, террорға ҡыйыу рәүештә ҡаршы торор өсөн белем кимәле күтәрелә. Һәр ҡай-һыбыҙҙың уяулығы, яуаплылығы антитеррористик коалиция арсеналын тәшкил итә.

Беҙҙең һәр ҡайһыбыҙ теләгән бер кешенең биләгән урынына ҡарамаҫтан ҡапыл фажиғәгә ҡатнашлығы булып сығыуы мөмкин икәнлеген иҫендә тоторға тейеш. Һеҙҙе уратып алғандарҙың мәҙәни һәм конфессия үҙенсәлектәрен ихтирам итеү тураһында онотмағыҙ. Бары тик бер-береңә ҡарата түҙеп тороу һәм үҙ-ара ихтирам ғына терроризм өсөн социаль нигеҙҙең үҫеүен иҫкәртергә мөмкинлек бирәсәк һәм енәйәтселәрҙе йәмғиәт хуплауынан мәхрүм итәсәк. Ана шулай беҙ үҙебеҙҙе һәм яҡындарыбыҙҙы һаҡлап ҡаласаҡбыҙ.