Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
29 Август 2019, 16:00

Малдар ҡараулы булырға тейеш

Йыл һайын көҙ етеү менән районда һыйыр малдарын, аттар һәм һарыҡтарҙы урлау осраҡтары йышая.

Әлеге йыл башынан Мәсетле районы территорияһында мал урлауҙың ике осрағы теркәлгән. Енәйәттең был төрөнә булышлыҡ итеүсе төп сәбәп – милекселәрҙең үҙ мөлкәттәрен контролдә тотмауы.

Малдарҙың урланыуына юл ҡуймаҫ өсөн, уларҙы даими контролдә тоторға, көтөүлектәрҙә ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа, иреккә сығарып ебәрмәҫкә, малдарҙы төнгөлөккә урамда ҡалдырмаҫҡа кәрәк.

Ошо ябай ҡағиҙәләрҙе үтәгәндә, һыйыр малдары, аттарығыҙ һәм һарыҡтарығыҙ теүәл буласаҡ.

Хөрмәтле мал эйәләре! Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Республикаһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексының 7.3-сө статьяһына ярашлы, малдарҙы көтөү һәм ҡыуыу тәртибен боҙған өсөн граждандарға бер-ҙән өс мең һумға тиклем, вазифалы кешеләргә биштән һигеҙ мең һумға тиклем, юридик ойошмаларға ун биштән егерме мең һумға тиклем күләмдә штраф ҡаралған.

Вадим ХӘБИБУЛЛИН,

Мәсетле районы буйынса эске эштәр бүлегенең

участка уполномоченный-ҙары бүлексәһе һәм балиғ булмағандар эштәре буйынса подразделениеһы

начальнигы, полиция майоры.