Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
11 Июнь 2019, 17:07

Велосипедта йөрөү кинәнес кенә килтерһен

Велосипедта йөрөү – балалар менән ололарҙың яратҡан йәйге шөғөлө. Йылы көндәр башланыу менән Башҡортостанда велосипедта йөрөгән балалар ҡатнашлығында авариялар һаны артты. Был транспорт төрөндә йөрөгән балалар ҡатнашлығында быйыл ғына һигеҙ юл-транспорт ваҡиғаһы булды, уларҙа бер баланың ғүмере өҙөлдө, етеһе төрлө тән йәрәхәттәре алды.

Нисек итеп тирә-яғыңды хәүефһеҙ итергә? Бәләкәй велосипедсыларға аварияға юлыҡмаҫ өсөн Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре тураһында нимәләр белергә кәрәк? Велосипед менән йығылғанда нисек йәрәхәт алыуҙан һаҡланырға? “Башинформ” агентлығы республиканың Дәүләт автоинспекцияһы менән берлектә ошо һорауҙарға яуаптар әҙерләне.

Нисә йәштә ҡайҙа велосипедта йөрөргә ярай?

7 йәшкә тиклем тротуар, йәйәүлеләр һәм велойәйәүлеләр юлдары (йәйәүлеләр өсөн хәрәкәт яғынан), автомобилдәр хәрәкәтенән ябыҡ махсус урындарҙа ғына йөрөргә ярай.

7-14 йәштә тротуар, йәйәүлеләр һәм велойәйәүлеләр юлдары (йәйәүлеләр өсөн хәрәкәт яғынан), велосипед юлдары буйлап, махсус билдә менән күрһәтелгән йәшәү зонаһында йөрөү рөхсәт ителә.

14 йәштән, велосипед һәм велойәйәүлеләр юлдары булмаған осраҡта, – юлдың уң яғынан йөрөү.

14 йәшкә тиклемгеләргә автомобиль юлдары буйлап велосипедта йөрөү тыйыла!

Ҡайҙа велосипедтан төшөргә һәм йәйәүлегә әйләнергә кәрәк?

• Йәйәүлеләр өсөн махсус сығыу урындарында. Водителдәр бары йәйәүлеләргә генә юл бирергә тейеш (Юл хәрәкәте ҡағиҙәләренең 24.8-се пункты).

• Йәйәүлеләр зоналарында (парктарҙа), йәйәүлеләр юлдарында, тротуарҙарҙа йәки юл ситендә йәйәүлеләргә ҡамасаулаған йәки уларҙы хәүеф аҫтына ҡуйған осраҡта ғына (24.6-сы пункт).
Велосипедта китеп барыусы юлда ниндәй сигналдар бирә ала?

Рөхсәт ителмәй!

• Кескәйҙәр өсөн махсус урындар йыһазландырылмаһа, 7 йәшкә тиклемге пассажирҙар ултыртып йөрөтөү.

• Буйына һәм иңенә ярты метрҙан күберәк сығып торған йәки идара итеүгә ҡамасаулаған йөк ташырға.

• Трамвай хәрәкәте менән юлдарҙа, хәрәкәт итеү өсөн бер һыҙаттан күберәк һыҙатлы юлдарҙа һулға боролорға йәки боролорға.
Велосипедтың нимәләре булырға тейеш?

Алғы яғынан – яҡтылыҡты ҡайтарыусы (катафот) йәки фонарь, йәки аҡ төҫтәге фар.

Артҡы яғынан – яҡтылыҡты ҡайтарыусы (катафот) йәки ҡыҙыл төҫтәге фонарь.

Ике яғынан – ҡыҙғылт һары йәки ҡыҙыл төҫтәге яҡтылыҡты ҡайтарыусы (катафот).

Рулендә – шылтыратҡыс.

Рамында – насос.
Йығылғанда травманан нимә һаҡлаясаҡ?

• Һаҡлаусы шлем.

• Велосипедсылар өсөн бирсәткәләр.

• Терһәккә һәм тубыҡҡа кейә торған махсус әйбер.

• Яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтар менән кейем.

• Салбар балағының велосипед сылбырына эләгеүенән һаҡлаусы махсус эләктергестәр.
Велосипедта йөрөргә сығыр алдынан тикшерегеҙ:

• Алғы һәм артҡы фарҙарҙың эшләүен.

• Шылтыратҡысының булыуын һәм эшләүен.

• Алдында, артында һәм тәгәрмәстәрендә катафоттарҙың булыуын.

• Тәгәрмәстәрҙең тыны булыуын.

• Тормоздың эшләүен.

Барыһы ла бар һәм төҙөк икән, ҡыйыу рәүештә сәфәргә юлланығыҙ!