Мәсетле тормошо
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Һыуҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәгеҙ

Эҫе көндәр урынлашыу менән күптәр йылға буйҙарына ашыға. Йәйге матур көндәрҙә һыу ингәндә хәүеф көтөп тороуын оноторға ярамай.

Һуңғы биш йылда республикала 463 кеше, шул иҫәптән 49 бала һыуға батып үлгән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса республика Дәүләт комитеты башлығы Фәрит Ғүмәровтың әйтеүенсә, Волга буйы федераль округында Башҡортостанда һыуҙа һәләк булғандар һаны башҡа субъекттарға ҡарағанда кәмерәк (Һамар һәм Ульяновск өлкәләренән ҡала).

Ҡотҡарыусылар һыуҙа һәләк булыу сәбәптәре араһында махсус әҙерләнмәгән урындарҙа, иҫерек килеш һәм ололарҙан башҡа һыу инеүҙе атай.
Һуңғы ике йылда Мәсетле районында ике бала һыуға батты. Ошоға бәйле мәғариф бүлеге йылға һәм һыу ятҡылыҡтарында үҙегеҙҙе хәүефһеҙ тотоу тураһында иҫкәртеп үтә:

* Бары тик рөхсәт ителгән урындарҙа һәм ололар менән генә һыу инергә мөмкин.

* Таныш булмаған урындарға сумырға ярамай – һыу төбөндә бүрәнә, таш, ағас тамырҙары, быяла, тимер ятыуы ихтимал.

* Һаҙлыҡҡа әйләнгән урындарҙа һәм ылымыҡ үҫкән ерҙә һыу инергә ярамай.

* Шаярып, бер-берегеҙҙе һыуға батырмағыҙ, ундай уйындар уйнамағыҙ.

* Шаярып ярҙамға саҡырмағыҙ.


Әгәр бәләгә тарыһағыҙ йәки ваҡиға шаһитына әйләнһәгеҙ, шунда уҡ 01 йәки 112 (кеҫә телефонынан) һандарын йыйып, ҡотҡарыу хеҙмәтенә хәбәр итегеҙ.