Бөтә яңылыҡтар

Нимә ул ВИЧ-инфекция һәм нимә ул СПИД?

Күптәр ВИЧ һәм СПИД – ул бер үк нәмә тип уйлай. Был улай түгел. Кеше вирусы иммунодефициты (ВИЧ) XX йөҙ йыллыҡтың 80-се йылдары башынан билдәле. Әлеге ваҡытҡа уның тәбиғәте һәм структураһы билдәләнгән, йоҡтороу юлдары һәм вирустың йәшәү һәләте тикшерелгән.

Кеше ВИЧ йоҡторғанда вирус организмды сирҙәрҙән һаҡлаусы иммун системаһын тар-ҡата башлай. Был процесс күҙгә күренмәй.

ВИЧ менән йәшәүсе кеше оҙаҡ йылдар дауамында үҙен яҡшы тойорға һәм күренергә, хатта үҙенең йоғошланғанын да белмәҫкә мөмкин. Шунан иммун системаһы көсһөҙләнә, кеше ауырыуҙарға бирешеп барыусанға әйләнә, ғәҙәттә уларҙың ҡайһы берҙәренән һаҡланып ҡалырға була.

Махсус ҡан анализы ярҙамында организмдағы ВИЧ-ты йоғошланғандан һуң яҡынса 25 көн-өс айҙан асыҡларға мөмкин, ул вирусҡа ҡаршы тәндәрҙе (антитела) асыҡлай. Сирҙең үҫешендәге был осор “серонегатив тәҙрә” тип атала.

ВИЧ менән йәшәүсе кеше ваҡыт үтеү менән ғәҙәттәгегә ҡарағанда йышыраҡ ауырый башларға мөмкин.

СПИД (тормошта барлыҡҡа килгән иммунитет дефициты) ғәҙәттә ВИЧ менән зарар- ланғандан һуң бер нисә йылдан, кешелә бер йәки бер нисә бик етди сир (үпкә ауырыуҙары, туберкулез, токсоплазмоз; яман шештәр һәм башҡалар) үҫешкән ваҡытта ҡуйыла.
Шулай итеп, ВИЧ һәм СПИД – бер үк нәмә түгел. ВИЧ – ул иммун системаһын ҡаҡшатыусы вирус, ә СПИД – ул кешелә иммунитеты түбән булыуы арҡаһында барлыҡҡа килгән сирҙәр комплексы.
Организмда ВИЧ булыуын асыҡлауҙың берҙән-бер ысулы – ВИЧ-ҡа махсус анализ тапшырыу.
Нисек ВИЧ менән зарарланмаҫҡа? Ниндәй хәл-шарттарҙа ВИЧ менән зарарланыу ихтималлығы бар һәм ВИЧ/СПИД менән йәшәүсе кешеләр менән ниндәй бәйләнештәр хәүеф- һеҙ?
ВИЧ-инфекция менән зарарланыуҙың бер нисә юлы бар:

• һаҡланыуһыҙ (презервативһыҙ) енси акт;

• шприцтарҙы, энәләрҙе һәм башҡа инъекция инструменттарын бергәләп файҙаланыу;

• татуировкалар һәм пирсинг өсөн стериль булмаған инструменттарҙы ҡулланыу;

• сит кешенең ҡырыныу кәрәк-ярағын, ҡан ҡалдыҡтары күренеп торған теш щеткаларын файҙаланыу;

• йөклөлөк, бала тыуҙырған һәм күкрәк һөтөн имеҙгән ваҡытта вирустың ВИЧ-позитивлы әсәнән балаға күсеүе.
Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау өлкәһендә һәм кеше именлеген күҙәтеү

буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының Дыуан, Балаҡатай, Ҡыйғы, Мәсетле, Салауат

райондарындағы территориаль бүлеге.