Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Балиғ булмаған мотоциклистар

Ҡануниәткә ярашлы, һәр транспорт сараһы юғары хәүеф сығанағы булып тора. Водителдең ғүмере генә түгел, ә юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың барыһының да ғүмере, именлеге һәм һаулығы уның оҫталығына, тәжрибәһенә һәм профессионаллегенә бәйләнгән.


Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген пропагандалау инспекторы Вадим Шәрипов йыл башынан ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тарафынан мототранспорт саралары менән бәйле 15 ҡағиҙә боҙоу асыҡланғанлығы тураһында һөйләне: уларҙың араһындағы бер осраҡта водитель иҫерек булған, ете протокол – балиғ булмаған үҫмер тарафынан транспортҡа тейешле водитель таныҡлығынан башҡа идара итеү.

Ата-әсә балиғ булмаған балалары өсөн яуаплы. Әле ошо арала ғына ата-әсәгә ҡарата балалары водитель таныҡлығы булмайынса мотоцикл менән идара иткән өсөн административ протокол төҙөлгән. Хәҙер улар 30 мең һум күләмендә штраф түләргә тейеш.

Атап әйткәндә, ҡайһы ваҡытта документтар кәрәк?

Мотоциклда һәм, техник характеристикаларына ҡарамаҫтан, һәр транспорт сараһында идара итеүгә хоҡуҡ биреүсе таныҡлыҡһыҙ йөрөү ауыр ҡағиҙә боҙоу тип ҡарала. Закон айырым осраҡтарҙы ҡарамай, сөнки хатта двигатель күләме 50 куб. сантиметрға тиклемге скутерҙар һәм мопедтар ҙа хәҙер “М” категорияһына индерелә. Уны асыу өсөн махсус уҡыу үтергә, һәр водителгә тейешле ике имтиханды тапшырып, таныҡлыҡ алырға тура киләсәк. Әгәр элек инспекторҙар праваһы булмаған бәләкәй кубатуралы транспорт водителдәренә күҙ йомған булһа, хәҙер был хаҡта оноторға кәрәк. Был автомәктәптәрҙә барлыҡ стандарттарға ярашлы “М” категорияһына уҡытыу программаларының барлыҡҡа килеүе менән бәйләнгән.


Яза

Закон ике тәгәрмәсле транспорт сараларын үҙ итеүселәрҙе иркәләмәй – шуға күрә праваһыҙ мотоциклда йөрөгән өсөн штраф автомобиль водителдәре түләгән күләмдә һалына. Инспекторҙың һеҙгә 5-15 мең һумға квитанция яҙып бирергә хоҡуғы бар, шуның менән бергә транспортты ул штраф майҙансығына оҙатасаҡ.