– 86-сы янғын-ҡотҡарыу часы хеҙмәткәрҙәре өсөн ысынлап та миҙгел тыныс түгел: әле тегендә, әле бында ут сыға. Һуңғы ике көндә генә Мәсетле районы территорияһында Яңы Мөслим, Һабанаҡ, Кесе Ыҡтамаҡ, Әләгәҙ, Салйоғот ауылдарында ҡоро үләндә 6 янғын сыҡҡан. Дөйөм янған майҙан 14 гектарҙан ашыу тәшкил итә. Үлән яныуҙың һәр осрағына ирекле йә ирекһеҙҙән ҡоро үләнгә ут тоҡаныуына сәбәпсе айырым кеше тора, – ти 86-сы янғын һүндереү-ҡотҡарыу часы начальнигы Зимфер Төхвәтуллин.
Ут бер кемде лә аямай, үҙ юлында ул бөтөн нәмәне көй-ҙөрөп үтә, уны контролләүе мөмкин түгел, теләһә ҡайһы ваҡытта уның торлаҡ биналар-ға күсеп китеүе ихтимал.
Ҡоро үләнде үртәү файҙаға ҡарағанда, күберәк зыян килтерә. Үҫемлектәрҙең орлоҡтары һәм үҫентеләре юҡҡа сыға, ә үлән янғыны һөҙөмтәһендә өйҙәр һәм һарайҙар янып китергә, хайуандар һәм кешеләр зыян күрергә мөмкин.
86-сы янғын һүндереү-ҡотҡарыу часы район халҡын янғын хәүефһеҙлеге талаптарын үтәргә, сүп-сар, үлән яндырыуҙан, усаҡ яғыуҙан баш тартырға саҡыра. Янғын хәүеф- һеҙлеге талаптарын боҙған өсөн енәйәт язаһы бирелеүгә ҡәҙәр яуаплылыҡ ҡаралған.