Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
24 Апрель 2019, 14:03

“Көнкүреш” операцияһы

Ғаиләләр төрлө була

Был юлы “Көнкүреш” оператив төркөмө комиссияһы Ишәле, Тәкә һәм Теләш ауылдары ингән Ростов ауыл биләмәһе, шулай уҡ Яңы Мөслим ауылы территорияларында эшләне.

Комиссия тиҫтәнән ашыу уңышһыҙ ғаиләнең көнкүреше һәм тәртибе менән танышты. Рейд барышында бер ҡатын иҫәпкә ҡуйылды, сөнки өйөндә тотош антисанитария, бөтөн нәмәгә аммиак еҫе һеңгән, ҡайҙа ҡарама, буш тәмәке ҡаптары һәм бысраҡ әйберҙәр туҙышып ята, кухня бысраҡ һауыт-һаба менән тулған. Комиссия килгән көндө бәләкәй бала бысраҡ әйберҙәр өйөмөндә йоҡлап ята ине, улар араһында тотонолған подгузниктар ҙа бар. Бындай хәлде аңлатыуҙан ҡатын баш тартты.

Тағы ла бер ҡатынды осратып булманы, сөнки ведомство-ара эш төркөмөнөң рейд уҙғарыуы тураһында ишеткәс, ул өйөнән сығып киткән.

Бер ғаиләгә ҡарата күршеләренән ялыуҙар килгән, әммә дәғүәләр нигеҙһеҙ булып сыҡты.

Әлеге ауылдарҙың береһендә шундай ғаиләгә тап булдыҡ, унда ҡатын бөтә хужалыҡты үҙе алып бара, балаларын ҡарай, ә ире айнымайынса эсә һәм һуғыш-талаш сығара.