Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
17 Апрель 2019, 14:08

Бала саҡтың хәүефһеҙлеге үҙебеҙҙән тора

Район хакимиәтенең граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса баш белгесе Ринат Кәримов Пионерҙар һәм уҡыусылар йортонда балалар менән осрашып, уларға янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен һөйләп үтте, янғындарға юл ҡуймаҫҡа саҡырҙы.

Ринат Ришат улы уҡыусылар өсөн хәүефһеҙлек нигеҙҙәре буйынса ҡыҙыҡлы һәм кәрәкле мәғлүмәт әҙерләгән. Әңгәмә барышында шырпының уйынсыҡ булмауы, ут менән уйнарға ярамауы, уттың көнкүрешебеҙҙә бик кәрәкле булыуы, әммә ҡарауһыҙ ҡалдырған осраҡта яуыз дошманға әйләнеүенә ихтимал булыуы тураһында һөйләне. Янғын сығыуына юл ҡуймаҫ өсөн ниндәй ҡағиҙәләрҙе үтәргә, янғын сыҡҡан осраҡта үҙҙәрен нисек тоторға кәрәклеге тураһында һөйләштеләр. Шулай уҡ бәлә килеп тыуған ашығыс осраҡта шылтыратыу өсөн хеҙмәттәрҙең телефон һандарын иҫкә төшөрөп үттеләр.

Йылғалар янында балаларҙың үҙҙәрен хәүеф-һеҙ тотоуы мәсьәләһе бөгөн көнүҙәк булып ҡала. Ринат Кәримов ололарҙан башҡа һыу ятҡылыҡтары янында уйнарға ярамағанлығын һөйләп үтте. Һыу объекттарында хәүефһеҙ йөрөү ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрҙөләр. Ташҡын, талпан энцефалиты, һыу ингәндә хәүефһеҙлек темалары ла күтәрелде осрашыу ваҡытында.

Әңгәмә һуңында балалар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптар алды.