Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
1 Апрель 2019, 18:05

Яҙғы ташҡын

Райондың күп кенә ауылдарын ҡар һыуҙары баҫырға мөмкин

2019 йылда ташҡынды хәүефһеҙ үткәреп ебәреү маҡсатында район хакимиәте тарафынан 2019 йылдың 7 мартында 137-се ҡарар ҡабул ителгән, шулай уҡ ташҡынға ҡаршы комиссия составы һәм 2019 йыл-ғы яҙғы ташҡынды аварияһыҙ үткәреп ебәреү һәм уға әҙерләнеү планы раҫланды.

Ташҡын бик ныҡ көслө булғанда һыу баҫыу зонаһына туғыҙ ауылдың түбән ятҡан һәм сикле участкалары (Оло Ҡыҙылбай, Абдулла, Оло Ыҡтамаҡ, Аҙанғол, Әбдрәхим, Тимерәк, Айып, Иҫке Мишәр, Һөләймән ауылдары), 437 торлаҡ өй, 1433 кеше эләгә.

2019 йылдың 28 мартында авария-ҡотҡарыу һәм, ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп тыуған осраҡтарҙа кәрәк булғанда, башҡа кисектергеһеҙ эштәрҙе башҡарыу, ташҡынға ҡаршы тәү сираттағы сараларҙы күреү өсөн йәлеп ителеүсе сараларҙың, көстәрҙең әҙерлеген тикшереү буйынса смотр үтте.

Ауыл биләмәләре хакимиәттәре һәм Мәсетле юл ремонт-төҙөлөш идаралығы тарафынан канауҙарҙы, күпер тороҡтарын һәм башҡа һыу үткәреү ҡоролмаларын ҡарҙан, боҙҙан һәм һыу ағышын боҙоусы сит предметтарҙан таҙартыу буйынса, шулай уҡ һыу- ҙың юлдар аша ағыуын булдырмау маҡсатында саралар уҙғарыла.

Ауыл биләмәләре хакимиәттәре тарафынан һыу баҫыу зоналарында йәшәүсе халыҡҡа өй беренсә йөрөп памяткалар һәм листовкалар таратыу ойошторолған, булған йөҙөү сараларын эвакуациялау өсөн яраҡлы хәлгә килтереү буйынса саралар бойомға ашырыла, һыу баҫыу ҡурҡынысы булғанда малдарҙы хәүефһеҙ урынға урынлаштырыу урындары билдәләнгән.

Ташҡын башланыу менән ауыл биләмәләре хакимиәттәре башлыҡтары һыу баҫыу зоналары тураһында көн һайын мониторинг уҙғарасаҡ, ташҡын осоронда һыу кимәлен контролләү өсөн йылғаларҙа ваҡытлы һыу үлсәү постары ҡуйыласаҡ.

Ринат КӘРИМОВ,

Мәсетле районы хакимиәтенең

граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән

тыш хәлдәр буйынса баш белгесе.