Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
21 Март 2019, 18:55

Ҡарҙар ирей, һыу таша…

Яҙ көндәр кинәт йылытып, ҡар ирегәс, тирә-яҡты һыу баҫа башлай. Йыл-ғаларҙың ярҙарынан сығыуы йыл һайын ташҡын хәүефе менән янай. Тәбиғәттең көтөлмәгән хәлдәренә әҙер булып тороу өсөн өйөгөҙҙө һыу баҫыу ихтималлығын алдан асыҡлап ҡуйығыҙ.

Торлағығыҙҙы һыу баҫыу хәүефе булғанда нимәләр эшләргә:

- газ, һыу, электрҙы һүндерегеҙ;

- мейестә утты һүндерегеҙ;

- бинанан тышта торған ағып китеүе ихтимал барлыҡ предметтарҙы нығытығыҙ йәки ҡаралты эсенә алып ҡуйығыҙ;

- тәҙрә һәм ишектәрҙе ябығыҙ, мөмкинлеккә ҡарап, таҡта менән ҡағып ҡуйығыҙ;

- ваҡыт мөмкинлек бирһә, ҡиммәтле әйберҙәрҙе өҫкө ҡаттарға һәм сарҙаҡҡа алып ҡуйығыҙ.
Эвакуация тураһында иҫкәртеү яңғыраһа:

- йылы өҫ кейеме, итектәр, юрған, аҡса әҙерләп ҡуйығыҙ;

- кәрәкле документтарҙы һыу үтмәй торған пакетҡа төрөгөҙ;

- өс көнгә етәрлек аҙыҡ әҙерләгеҙ;

- медицина аптечкаһы һәм үҙегеҙ ҡулланған дарыуҙарҙы әҙерләп ҡуйығыҙ;

- һыу баҫыуы ихтимал урындан тәғәйенләнгән хәүефһеҙ урынға билдәләнгән тәртиптә сығығыҙ, йорт хайуандарын алып сығығыҙ.
Кинәт һыу күтәрелһә:

- хәүефһеҙ бейек урынға, өҫкө ҡатҡа, сарҙаҡҡа йәки өй ҡыйығына менегеҙ;

- ҡотҡарыусыларға ҡайҙалығығыҙҙы белдереү өсөн сара күрегеҙ – сағыу таҫтамал элегеҙ, төнөн яҡтылыҡ менән үҙегеҙҙең ҡайҙалығығыҙҙы белдерегеҙ.

Йөҙөп йәки йөҙөү саралары ҡулланып үҙ аллы сығырға ғүмергә һәм сәләмәтлеккә хәүеф янаған, зыян күреүсегә кисектергеһеҙ ярҙам кәрәк бул- ған осраҡта ғына мөмкин.
Ашығыс ярҙам осрағына телефондар:

112, 2-01-01 – райондың Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәте;

01, 2-04-02 – янғын һүндереү хеҙмәте;

02, 2-04-83 – район эске эштәр бүлеге;

03, 2-03-03 – “Ашығыс ярҙам” хеҙмәте;

04, 2-10-04 – газ хеҙмәте.
Ринат КӘРИМОВ,

граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса баш белгес.