Район хакимиәтенең 2019 йылдың 27 февралендәге “Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы муниципаль районы территорияһында газ менән хәүефһеҙ файҙаланыу-ҙы пропагандалау буйынса айлыҡ үткәреү тураһында” 117-се ҡарарына ярашлы, 2019 йылдың 1 мартынан 31 мартына тиклем предприятиеларҙа, учреждениеларҙа, ойошмаларҙа, граждандарҙың шәхси хужалыҡтарында газ менән хәүеф-һеҙ тотоноу буйынса айлыҡ үткәрелә.
Бина эсендә газ йыйылыуының сәбәбе һәр ваҡыт бер үк – ябыҡ бинаның елләтелмәүе. Ҡулланыусы эшләп тор-ған газ приборын ҡалдырып, ул һүнһә, ә шул уҡ ваҡытта форточка һәм төтөн юлдары ябыҡ булһа, йәки төтөн юлының тартыу көсө насар булһа, шулай килеп сыға. Статистиканан күренеүенсә, күпселек осраҡта фажиғәлә газ при- борҙары һәм ҡорамалдары менән ҡулланыу ҡағиҙәләрен боҙған хужалар үҙҙәре ғәйепле.
Ҡағиҙәләргә ярашлы, газ приборҙарының хәүефһеҙ ҡулланылыуы һәм төтөн юлдарының төҙөклөгө өсөн йорт хужалары үҙҙәре яуаплы.
Торлаҡ фондын хеҙмәтләндереү ойошмалары, үҙ сираттарында, норматив документтар талаптарына ярашлы күп фатирлы йорттарҙың уртаҡ милкен ҡарап тотоу буйынса эштәр башҡарыуға килешеүҙәр төҙөү буйынса кәрәкле саралар күрергә тейеш. Был ойошмалар елләтеү каналдарын һәм төтөн юлдарын техник хеҙмәтләндереү буйынса үҙ бурыстарын үтәмәгән өсөн йәшәүселәр алдында юридик яуаплылыҡ тота.
Торлаҡ йорттарға һәм сәнәғәт предприятиеларына өҙлөкһөҙ һәм хәүефһеҙ газ биреү – махсуслашҡан газ бүлеү ойошмаһы булараҡ, “Газпром газ бүлеү Өфө” акционерҙар йәмғиәтенең төп бурысы. Ә уны башҡарыу өсөн газ селтәр-ҙәрен һәм газ ҡорамалдарын даими тикшереп торорға кәрәк. Өй эсендәге газ ҡорамалын техник хеҙмәтләндереү йыл һайын үткәрелә һәм йылына бер тапҡырҙан кәм булырға тейеш түгел. Техник хеҙмәтләндереү газ ҡулланыусы менән килешеү нигеҙендә башҡарыла һәм, техник хеҙмәтләндереү үткәрелгәндән һуң, башҡарылған эштәр акты нигеҙендә уның өсөн бер тап-ҡыр түләргә кәрәк.
Үрҙә әйтелгәндәрҙән сығып, газ приборҙары менән файҙаланыуҙың ябай ҡағиҙәләрен иҫегеҙгә төшөрөп үтеү кәрәк булыр. Уларҙы теүәл үтәү бәхетһеҙ осраҡтарҙан һаҡлаясаҡ.
Газ приборҙарын файҙаланғанда:
- газ һыу йылытҡыстарын, йылытыу мейестәрен һәр ҡабыҙыр алдынан һәм улар эшләгән ваҡытта төтөн юлдарындағы тартыу көсөн тикшерегеҙ;
- газ мейесен ҡабыҙыр алдынан шиберҙы асырға онотмағыҙ;
- елләтеү каналдарындағы тартыу көсөн тикшерегеҙ;
- елләтеү каналындағы рәшәткәне обой менән ҡапламағыҙ;
- күп ҡатлы йорттарҙа шыйыҡ газ тултырылған баллондарҙы файҙаланмағыҙ;
- газ үткәргескә еп бәйләмәгеҙ һәм газ плитаһы өҫтөнә әйбер киптерергә элмәгеҙ;
- газдан файҙаланып бөткәс, газ приборҙарындағы һәм уларҙың алдындағы крандарҙы ябығыҙ. Төнгөлөккә һәм фатирҙан сығыр алдынан газ приборҙарының ябылыуын мотлаҡ тикшерегеҙ. Приборҙарҙы эшләп торған килеш ҡалдырмағыҙ!
Фатирҙа, подъезда, подвалда һәм башҡа биналарҙа газ еҫен һиҙһәгеҙ, шырпы ҡабыҙмағыҙ, тәмәке тартмағыҙ, электр яҡтыртыу һәм электр приборҙарын ҡабыҙмағыҙ һәм һүндермәгеҙ, кеҫә телефоны менән тотонмағыҙ, газды ябығыҙ, бинаны елләтегеҙ, ҡарауыл ойоштороғоҙ һәм, газлы бинанан сығып, 04 телефоны буйынса (кеҫә телефонынан – 104) авария газ хеҙмәтенә шылтыратығыҙ. “Газпром газ бүлеү Өфө” йәмғиәтенең авария-диспетчер хеҙмәте бар республика территорияһында тәүлек әйләнәһенә эшләй.
Мәсетле районы хакимиәте.