Бөтә яңылыҡтар

Һаҡланыу ҡамасауламаҫ

Силәбе өлкәһендә ҡош киҙеүе асыҡланған

Ҡош ҡиҙеүе – йорт һәм ҡырағай ҡоштарҙың аш эшкәртеү, тын алыу органдарын зарарлап, уларҙы күпләп үлтереүсе киҫкен йоғошло ауырыу ул. Сирле йорт ҡоштарында тәбиғи булмаған ҡылыҡ күҙәтелә: хәрәкәттәре үҙгәрә (башын борғолай, муйыны ҡыйшая), йомортҡа һалыу ҡырҡа кәмей, ашамай, хәлһеҙләнә, эсе китә, ауыр итеп тын ала, тартыша, йүткерә, сөскөрә, танау тишектәренән ҡан килә, йөндәре тырпайып тора. Тауыҡтарҙың кикереге һәм һаҡалы шешенеп, күгәреп тора. Ҡош киҙеүен таратыусы сығанаҡ – сирле ҡош һәм уның тәбиғи хәжәте.

Ҡош киҙеүе вирусы ҡоштарҙан кешегә йоғорға мөмкин (сирле ҡошҡа ҡағылғанда, йәки сирле ҡош йоморт-ҡаһын йәки итен тейешенсә бешереп еткермәй ашағанда).

Ҡош киҙеүенән профилактик саралар менән генә һаҡланырға була. Әгәр һеҙ йорт ҡоштары йәки декоратив ҡоштар аҫрайһығыҙ икән, уларҙың ҡырағай ҡоштар менән бәйләнешен булдырмаҫҡа тырышығыҙ. Бынан тыш, йыл да уларға профилактик тикшереү үткәртергә онотмағыҙ. Ҡош һатып алғанда мотлаҡ ветеринар-оҙатыу документтары булыуын һорағыҙ. Санкцияланмаған сауҙа урындарынан ҡош-ҡорт һатып алмағыҙ.

Шәхси ярҙамсы хужалыҡ эйәләренә хужалыҡтарын ҡош киҙеүе вирусы инеүҙән һаҡлаусы түбәндәге саралар-ҙы күрергә саҡырабыҙ:

– ҡош-ҡортто ирекле йөрөтмәҫкә;

– хужалыҡта аҫралған ҡоштарҙың ҡырағай ҡоштар менән бәйләнешен булдырмаҫҡа;

– ҡош-ҡорт аҫралған урындарҙы механик таҙартыуҙы һәм дезинфекциялауҙы тәьмин итергә; ҡош тиҙәген һәм башҡа тәбиғи хәжәтен алдан зарарһыҙландырмайынса сығарып түкмәҫкә;

– тирә-яҡ мөхитте ҡошсолоҡ продукттары һәм биологик ҡалдыҡтары менән бысратыуға юл ҡуймаҫҡа.

Бынан тыш, шәхси гигиена талаптарын да онотмағыҙ. Ҡош-ҡортто махсус өҫ һәм аяҡ кейемендә генә тәрбиәләгеҙ, был кейемдәрҙе даими таҙартығыҙ, йыуығыҙ. Урамда үлгән ҡош күрһәгеҙ, ҡағылмағыҙ. Ҡырағай ҡоштар тупланған урындарҙан ситтәрәк йөрөгөҙ.

Ҡошсолоҡ продукттарын аҙыҡ итеп файҙаланыр алдынан мотлаҡ ныҡлап бешерегеҙ. Ентекләп йыуылған ҡош итен кәмендә 30-40 минут бешерергә йәки ныҡ итеп ҡыҙҙырырға кәрәк. Омлет, йомортҡа ныҡ ҡыҙҙырылыр- ға тейеш. Йомортҡаны сейләй йәки яртылаш ҡына бешереп ашамағыҙ.
Ҡош-ҡортта йоғошло ауырыу билдәләре күренһә йәки быға шик тыуһа, ҡоштар күпләп үлһә, ҡош-ҡорт һәм ҡошсолоҡ продукцияһы менән санкцияланмаған сауҙа итеү осраҡтары булһа, тиҙ арала 8-800-77-55-828 (бушлай) һәм 2-12-52 (Мәсетле ветстанцияһы) телефондары буйынса ветеринария хеҙмәте белгестәренә хәбәр итеүегеҙҙе һорайбыҙ.
Наил МӨХӘМӘТЙӘНОВ,

Мәсетле районы ветеринария станцияһының эпизоотияға ҡаршы отряд начальнигы.