Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
21 Ғинуар 2019, 13:04

Тикшерелгән итте генә һатып алығыҙ

Ихатаңды бруцеллездан нисек һаҡларға?

Декабрь-ғинуарҙа Учалы районында кәзә-һарыҡ һәм аттар араһында бруцеллез буйынса 13 пункт асылғайны. Бруцеллез барлыҡҡа килеүгә малдарҙы оҙатып йөрөүсе ветеринария документтарынан һәм Ветеринария идаралығы рөхсәтенән башҡа индереү сәбәпсе булған.


Белешмә

Бруцеллез – йорт һәм ҡырағай хайуандарҙың күп кенә төрҙәренең һәм кешенең аборттар, бала һуңғылығының, мал сүбенең тотҡарланыуы, эндометриттар, малдарҙың үрсеү һәләтенең боҙолоуы, бурсит һәм артриттар менән характерланыусы инфекцион хроник сир.



Бруцеллез Азия, Африка, Үҙәк һәм Көньяҡ Американың күп илдәрендә таралған.

Сир үрсем алып еткермәү, мәжбүри һуйыу һәм сәләмәтләндереү сараларын уҙғарыуға ҙур сығымдар талап ителеү рәүешендә ҙур иҡтисади зыян килтерә.

Инфекция сығанаҡтары – бруцеллез менән ауырыған малдар. Инфекция тыуҙырғыс һөт, бәүел, тиҙәк менән бүленергә мөмкин. Һыйырҙар еленендә бруцеллалар 7-9, һарыҡтар-ҙыҡында 2-3, ата малдарҙың орлоҡ биҙҙәрендә 9 йылға тиклем һаҡлана ала. Малдар нигеҙҙә алиментар рәүештә, шулай уҡ контактлы юл менән йоғошлана. Бруцеллездың сирле малдарҙан кешеләргә йоғоуы мөмкин. Айырыуса кәзә-һарыҡ бруцеллаһы тыуҙырғысы ҡур-ҡыныслы.

Уңышлы хужалыҡтарға инфекция тыуҙырғысы барыһынан да йышыраҡ, малды һатҡан һәм бер урындан икенсе урынға күсергән ваҡытта карантинлау һәм биркалауҙың ветеринария-санитария ҡағиҙәләре үтәлмәгән осраҡта йәшерен сирҙәре булған малдар менән индерелә.

Ауырыу малдар һуйылырға тейеш.

Шәхси ихатала йәки хужалыҡта малдарҙы һаҡлау өсөн нимә эшләргә?

Дөйөм профилактик саралар мал хужалары тарафынан уларҙы аҫрау һәм ҡулланыуҙың ветеринария-санитария ҡағиҙәләренең үтәлеүенә ҡайтып ҡала.

Бруцеллез диагнозы ҡуйылған ваҡытта уңышһыҙ хужалыҡта карантин индерелә. Ундай һыйырҙарҙың һөтөн +70 градус температурала 30 минут ҡайнатып зарарһыҙландыралар.

Мәсетле районы ветстанцияһы белгестәре тарафынан йылына ике тапҡыр һыйыр малдары һәм кәзә-һарыҡтар, сус-ҡалар ҡаны сывороткаһының бруцеллез һәм лейкозға серология тикшереүе уҙғарыла.

Һатып алыусыларға ветеринария-санитария экспертизаһы үткән итте генә һатып алырға кәңәш ителә. Мал түшкәһендәге келәймә һәм ветсан-экспертиза үтеү тураһындағы документтар быға дәлил булып тора.

Наил МӨХӘМӘТЙӘНОВ,

Мәсетле ветстанцияһы ветврачы-эпизоотологы.