Баланы юлда хәүефһеҙлек тураһында иҫтә тоторға өйрәтергә, аңлатырға кәрәк. Түбәндә һаналып киткән осраҡтарҙың юлдарҙа бәхетһеҙлеккә килтереүе ихтимал булыуы тураһында балаларығыҙға иҫкәртегеҙ:
• ҡыш юлда аяҡ аҫты тайып тора;
• ҡар яуғанда водителдәргә юл насар күренә;
• боҙлауыҡта хатта бик тәжрибәле водитель дә машинаһын шунда уҡ туҡтата алмай.
Ошондай ҡағиҙәләрҙе үтәү мотлаҡ:
• машина килмәүенә йәки туҡтауына инанғас ҡына юл аша махсус тәғәйенләнгән урындарҙан сығырға;
• тротуарҙарҙа, юл эргәһендә уйнамаҫҡа;
• урамдар һәм юлдар буйлап санала, саңғыла, конькиҙа шыумаҫҡа;
• үтеп барған транспортҡа йәбешеп бармаҫҡа;
• юлдарҙа иғтибарлы һәм һаҡ булырға.
Тауҙан шыуыу ҙа иғтибар талап итә
Ҡыш – рәхәтләнеп уйнау өсөн бик уңайлы мәл. Ҡар ташлашып уйнауҙар, боҙ тауҙарынан шыуыуҙар балаларға күпме ҡыуаныс килтерә! Әммә ҡыш тау шыуыуҙар хәүефле лә.
Ҡышын шыуыу өсөн тау һайлағанда, уның юлға барып төшмәгәнен һайлағыҙ, сөнки юлда көтмәгәндә машинаның килеп сығыуы ихтимал.
Ҡараңғы ваҡытта яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элемент менән әйбер кейегеҙ йәки курткағыҙға, ранецҡа яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы билдә ҡуйығыҙ. Ул ваҡытта водитель һине йыраҡтан уҡ күрәсәк һәм ваҡытында туҡтаясаҡ. Кис һәм көндөҙ юл насар күренгән ваҡытта юл аша сыҡҡанда бик һаҡ булығыҙ!