Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
29 Ноябрь 2018, 12:03

Янған бинанан 25 кешене эвакуациялағандар

27 ноябрҙә иртәнге сәғәт 6-сы яртыла 86-сы янғын һүндереү-ҡотҡарыу часына Оло Ыҡтамаҡ ауылының Ленин урамында күп фатирлы өй яныуы тураһында хәбәр килә.

Әйтелгән адрес буйынса ике янғын һүндереү машинаһы сыға. Ут 2 квадрат метр майҙанды ялмап алған була. Бина эсендә бик ныҡ төтөн булғанлыҡтан янғын һүндереүселәр 2-се һәм 3-сө ҡаттарҙан кешеләрҙе сығара. Дөйөм алғанда, 25 кеше, шул иҫәптән балалар эвакуациялана. Янғында бер бала зыян күрә. Ул дауаханаға һалынған. Янғын ҡыҫҡа ваҡыт эсендә һүндерелә. Уның сәбәбе асыҡлана.