Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
28 Ноябрь 2018, 14:03

Наркотиктарһыҙ тормош

19 ноябрҙән 28-енә тиклем Мәсетле районының балиғ булмағандары араһында “Наркотиктарһыҙ тормош” профилактик акцияһы бара.


Акцияның төп бурысы – Мәсетле районы мәктәптәрендә наркотикка бәйлелектең таралыуын иҫкәртеүгә йүнәлтелгән профилактик саралар уҙғарыу. Маҡсат – балаларҙа сәләмәт йәшәү рәүешенә ыңғай ҡарашты нығытыу, наркотиктарға һәм уларҙы ҡулланыуға ҡаршы ныҡлы позиция формалаштырыу, балалар араһында, балалар менән ололар араһында үҙ-ара оптималь мөнәсәбәттәр урынлаштырыу. Профилактик саралар балиғ булмағандар эштәре буйынса инспектор-ҙар һәм медицина хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында үтә.

2018 йылдың 1 ноябренә Мәсетле районы буйынса эске эштәр бүлегенең балиғ булмағандар эштәре буйынса төркөмөндә иҫәптә барлығы 26 үҫмер тора, 10 айҙа тағы ла 9 үҫмер иҫәпкә ҡуйылған, уларға иҫәп-профилактика карточкалары асылған. 2018 йыл башынан балиғ булмаған 32 үҫмер иҫәптә торған, шуларҙың 14-те иҫәптән төшөрөлгән.

2018 йыл башына балиғ булмаған балаларын тәрбиәләү һәм ҡарау буйынса бурыстарын тейешенсә үтәмәгән – 33, ә 2018 йылдың 1 ноябренә 35 ата-әсә иҫәптә торған, шулай уҡ уларға ла иҫәп-профилактика карточкалары асҡандар.

2018 йылдың ун айында Мәсетле районы территорияһында балиғ булмағандар тарафынан һәм уларҙың ҡатнашлығында 10 енәйәт яһалған. Күр-һәткестәргә анализ яһап, енәйәттәр- ҙең күпселеге кистәрен һәм төндә, уҡыуҙан буш ваҡытта, балаларға законлы вәкилдәре тарафынан контроль булмауы сәбәпле яһалыуы асыҡлана, был ғаиләнең уңышһыҙ булыуын күрһәтә. Үткән йыл менән сағыштыр-ғанда, енәйәтселек кимәленең артыуы күҙәтелә.

Әлеге йылдың туғыҙ айында балаҡатай район-ара судына балиғ булмағандарға ҡарата 10 енәйәт эше тапшырыла. Ошо уҡ йылдың ун айында 130 административ протокол төҙөлгән.

Комплекслы профилактик саралар күрелмәйенсә тороп, йәштәр (айырыу-са балиғ булмағандар) араһында наркомандар һаны артасаҡ ҡына. был, тәү сиратта, енәйәтселек кимәленең үҫешендә сағыласаҡ. Сир хәл-тороштарын ҡатмарлаштырмаһын өсөн, айырыуса наркотик сараларға әүәҫләнеп киткәндәрҙе асыҡлау мөһим.

Бөтөн донъя халҡы наркоманияның ҡот осҡос сир икәнлеген иҫтә тоторға һәм уға ҡаршы көрәшкә бөтә көстәрҙе берләштерергә тейеш. Тик хоҡуҡ һаҡлау органдары, медицина хеҙмәткәрҙәре, педагогтар һәм ата-әсәләр менән берләшеп кенә был яуызды еңергә мөмкин.

Адель АБДРАХМАНОВА.