Мәсетле тормошо
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
23 Октябрь 2018, 13:06

“Газпром газ бүлеү Өфө” ААЙ-һы иҫкәртә: көнкүреш газы хәүефле һәм һалҡын ҡарашты ғәфү итмәй

Йылытыу миҙгеле алдында торғанда компания республикала көнкүрештә газ менән хәүефһеҙ файҙаланыуҙы пропагандалау буйынса сираттағы айлыҡ уҙғара.

20 сентябрҙә иртән Ҡырмыҫҡалы районының Олокүл ауылында фажиғә була: һигеҙ кеше йәшәгән дүрт фатирлы бер ҡатлы йортта көнкүреш газы шартлай. Һөҙөмтәлә ике фатир емерелә, ике ҡарт кеше һәләк була, тағы ла ике пенсионер дауаханаға һалына. Алдан фараз ителеүенсә, ваҡиғаның сәбәбе – газ менән хәүефһеҙ файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу.

Быға тиклем, 7 сентябрҙә, Өфө ҡалаһының Ғафури урамындағы 19-сы күп фатирлы йортонда газ плитаһына газ биреү кранын алмаштырыу процесында “Газ-Сервис” ААЙ-һы хеҙмәткәре тарафынан электр һауа һурғысын тоҡандырыу һөҙөмтәһендә ут ҡабынып китә. Әлеге хеҙмәткәр бешә, электр һауа һурғыс һәм кухня стенаһы өлөшләтә зыянлана.

Аҙна һайын тиерлек киң мәғлүмәт саралары бөтә ил территорияһындағы ҡала һәм ауылдарҙа торлаҡ һәм торлаҡ булмаған биналарҙа көнкүреш газының шартлауы тураһында хәбәр итеп тора. Йыш ҡына ундай осраҡтарҙа ут сыҡҡан ер генә түгел, ә фатирҙар юҡҡа сыға, тотош ҡаттар һәм подъездар емерелә. Миҫал өсөн, ТАСС-ДОСЬЕ мәғлүмәттәре буйынса РФ территорияһындағы күп фатирлы йорттарҙа көнкүреш газы шартлау һөҙөмтәһендә үткән 2017 йылда кәм тигәндә 21 кеше һәләк булды. Шуның менән бергә, статистикаға ярашлы, ундай осраҡтарҙың 90 процентында биналар хужалары һәм ҡуртымға алыусылар тарафынан газ ҡорамалдарын эксплуатациялау ҡағиҙәләренең боҙолоуы шартлауҙарҙың сәбәбе булып сыға. Әгәр газ ҡулланыусылар газ ҡорамалдарын үҙ белдектәре менән монтажламаһа, газ приборҙары менән тотоноу ҡағиҙәләре тупаҫ боҙолмаһа һәм йәшәгән урындары буйынса махсуслашҡан ойошмаға ваҡытында мөрәжәғәт иткән булһалар, күп бәхетһеҙлектәр булмаҫ ине.

Тышта көндәр һыуыта башлау менән беҙ барыбыҙ ҙа мейестәребеҙҙе һәм йылытыусы газ приборҙарын тоҡандырырға ашығабыҙ. Ә улар эш торошондамы һуң? Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: әгәр һеҙ төтөн сығарыусы һәм вентиляция торбаларына йәй буйына сүп тулған газ менән эшләүсе мейес, ҡаҙанлыҡтарығыҙҙы йәки газ колонкаһын тоҡандыраһығыҙ икән, торлаҡ өйҙәрҙә һәм фатир- ҙарҙа төтөн сығарыу һәм вентиляция каналдарының төҙөк булмауы, тартыу көсөнөң етерлек йәки бөтөнләй булмауы, кирегә тартыу күренеше арҡаһында һөрөмлө газ менән ағыуланыу ҡурҡынысы тыуа.

Шуға күрә хәҙер, яңы ҡағиҙәләргә ярашлы, газ колонкаһында газ ебәреү, ә төтөн юлдарында тартыу көсөнөң булмауы асыҡ- ланған осраҡта, газ бүлеү ойошмаһы (ә Баш-ҡортостанда ундай ойошма булып “Газпром газ бүлеү Өфө” ААЙ-һы тора) хеҙмәткәрҙәренең алдан хәбәр итмәйенсә газды һүндерергә хоҡуғы бар. Газ тулыһынса яныу өсөн кәрәкле күләмдә һауа ағымының булмауы, газ биреүҙе автомат рәүештә туҡтатыу ҡорамалдарының төҙөк булмауы йәки уның эшенә ҡыҫылыу асыҡланғанда, йәиһә белгес рөхсәтһеҙ тоташыуҙы асыҡлаһа, ҡулланыу-сыны шундай уҡ эҙемтәләр көтә. Был ҡағиҙәләр РФ Хөкүмәтенең 2013 йылдың 14 майындағы 410-сы ҡарары менән раҫланған.

Өй йәки фатир эсендәге газ ҡорамалдарын хәүефһеҙ файҙаланыу һәм тотоу түбәндәге хеҙмәттәр комплексын бойомға ашырыу юлы менән тәьмин ителә:

а) өй йәки фатир эсендәге газ ҡорамалдарын техник хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау;

б) авария-диспетчер тәьминәте;

в) өй йәки фатир эсендәге газ ҡорамалдарын техник диагностикалау;

г) ҡорамалдарҙы алмаштырыу.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексының 9.23-сө статьяһы менән халыҡ өсөн өй йәки фатир эсендәге газ ҡорамалдарын хәүефһеҙ файҙаланыу һәм тотоу ҡағиҙәләрен боҙған өсөн, шул иҫәптән өй эсе газ ҡорамалдарын техник хеҙмәтләндереүгә килешеү төҙөүҙән баш тартҡан өсөн; махсуслашҡан ойошма тарафынан техник хеҙмәтләндереү үткәрелеүгә рөхсәт итмәгән өсөн; ундай ҡорамалдарҙы ваҡытында алмаштырмаған йәки диагностика үткәрмәгән өсөн административ яуаплылыҡ ҡаралған.

Торлаҡ йорттарға һәм сәнәғәт предприятиеларына өҙлөкһөҙ һәм хәүефһеҙ газ биреүҙе тәьмин итеү – махсуслаштырылған газ бүлеү ойошмаһы булараҡ “Газпром газ бүлеү Өфө” ААЙ -һының төп бурысы.

Ә был бурысты үтәү өсөн газ селтәрҙәре кеүек үк газ ҡорамалдарын да даими һәм етди техник хеҙмәтләндереп тороу кәрәк. Бөгөн көнкүреш газ ҡулланыусы ҡорамалына, уның файҙаланыу срогы ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, техник хеҙмәтләндереү йылына бер тапҡырҙан да һирәгерәк үткәрелмәҫкә тейеш.

Газ ҡорамалдарын файҙаланғанда барлыҡҡа килгән етешһеҙлектәрҙе өй эсе газ ҡорамалдарын техник хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау тураһындағы килешеүгә ярашлы “Газпром газ бүлеү Өфө” ААЙ-һы филиалдары белгестәре төҙәтә. Улар шулай уҡ газ ҡорамалын икенсе ергә күсереү, ремонтлау йәки алмаштырыу мәсьәләләрен дә хәл итә. Өй йәки фатир эсендәге газ ҡорамалдарын тейешенсә эксплуатациялау буйынса килеп тыуған һорауҙар менән республика хал-ҡына йәшәгән урындары буйынса техник хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау тураһында кем менән килешеү төҙөлгән, шул махсус ойошмаға мөрәжәғәт итергә кәрәк. “Газпром газ бүлеү Өфө” ААЙ-һына әлеге һорауҙар буйынса “Берҙәм тәҙрә” аша йәки 04 телефонына, шулай уҡ кеҫә телефондарынан 104-кә йәиһә техник хеҙмәтләндереү тураһындағы килешеүҙә күрһәтелгән телефон номерына мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Көҙгө-ҡышҡы осор етеү менән, иң элек, төтөн һәм елләтеү юлдары торошона айырым иғтибар бирергә кәрәк.

Вентиляция һәм төтөн каналдарында тартыуҙың булмауына газ ҡорамалы урынлаш-ҡан бинала һауа ағымының булмауы сәбәпсе булырға мөмкин, һауа һурыусы вентиляция тарафынан тышҡа сығарылған һауа күләме тулыландырылып тормаһа, вентиляцияның эше юҡҡа ҡайтып ҡала. Төҙөлөштә киң ҡулланылыусы герметик тәҙрәләр (мәҫәлән, пластик) проблеманы тағы ла нығыраҡ киҫкенләштерә.

Был проблеманы бөтөрөү өсөн тәҡдим ителеүсе саралар:

- һауаның сарыф ителеүен көйләүсе ҡулайламалары булған һәм тулыһынса ябылырға юл ҡуймаусы ағым клапандары ҡуйыуҙы күҙ уңында тоторға кәрәк;

- йәнәш бинаға сығыусы ишек йәки стенаның түбәнге өлөшөндә рәшәткә йәки ишек менән иҙән араһында ярыҡ ҡалдырыр-ға кәрәк.

Иҫегеҙгә төшөрөп үтеү урынлы булыр: ҡағиҙәләргә ярашлы, газ приборҙарының хәүефһеҙ ҡулланылыуы һәм төтөн юлдарының төҙөклөгө өсөн йорт хужалары үҙҙәре яуаплы.

Онотмағыҙ: кеше ағыулы газдан (СО) үҙе лә һиҙмәҫтән бик тиҙ иҫерә. Сөнки уның төҫө лә, еҫе лә юҡ. Концентрация кимәле 1,2 проценттан артҡанда 2-3 тапҡыр һулыш алғандан һуң аң юғала, кеше 3 минуттан да кәмерәк ваҡыт эсендә үлә.

Торлаҡ фондын хеҙмәтләндереү ойошмалары, үҙ сираттарында, норматив документтар талаптарына ярашлы күп фатирлы йорттарҙың уртаҡ милкен ҡарап тотоу эштәрен башҡарыуға килешеүҙәр төҙөү буйынса кәрәкле саралар күрергә тейеш.

Торлаҡ фондын хеҙмәтләндереү ойошмалары бурыслы:

- эксплуатациялау процесында елләтеү каналдарын һәм төтөн юлдарын ваҡыты-ваҡыты менән (йылына 3 тапҡырҙан да кәм түгел) тикшерергә (йылытыу миҙгеле башланырҙан алда 7 календарь көндән дә һуңға ҡалмайынса, йылытыу миҙгеле уртаһында һәм йылытыу миҙгеле тамамланғандан һуң 7 календарь көндән дә һуңға ҡалмайынса);

- йылытыу миҙгеле башланыр алдынан һәм уның барышында төтөн юлдарын һәм мейес торбаларын ҡоромдан таҙартырға;

- елләтеү каналдарын һәм төтөн юлдарын ремонтларға;

- ҡышын мөрйәләрҙең һәм елләтеү каналдарының остары туңыуға һәм тығылыуға юл ҡуймау маҡсатында ҡарап тикшереп торорға;

- йылытыу миҙгеле башланғанға ҡәҙәр кисекмәҫтән мейестәрҙең һәм кухня усаҡтарының янғынға ҡаршы талаптарын боҙоу-ға һәм газ сығарыуға килтереүсе төҙөкһөҙлөктәрен, шулай уҡ төтөн торбаларына боҙ туңыуын, башҡа етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә.

Шулай уҡ, әйтергә кәрәк, торлаҡ фондын хеҙмәтләндереү буйынса ойошмалар елләтеү каналдарын һәм төтөн юлдарын техник хеҙмәтләндереү буйынса үҙ йөкләмәләрен үтәмәгән өсөн бында йәшәүселәр алдында юридик яуаплылыҡ тота.

Йорт хужалыҡтарына һәм биналар хужаларына (ҡулланыусыларға) түбәндәгеләрҙе эшләргә кәрәк:

- газ файҙаланыусы ҡорамалдарҙы ҡабыҙыр алдынан һәм улар эшләгән ваҡытта төтөн һәм вентиляция каналдары торошон күҙәтергә, уларҙағы тартыу көсөн тикшерергә, төтөн торбаларындағы таҙартыу кеҫәләрен таҙа тоторға;

- газ мейесен ҡабыҙыр алдынан шибер- ҙы (әгәр ул булһа) асырға һәм төтөн торбаһында барлыҡҡа килгән ярыҡты тышҡы яҡтан бөтәштерергә;

- елләтеү каналындағы рәшәткәне обой менән ҡапламаҫҡа;

- ванна бүлмәһендәге һыу йылытыу колонкаһынан файҙаланғанда ишек аҫтындағы екте ҡапламаҫҡа, был газдың тулыһынса янып бөтөүе өсөн кәрәкле һауа ағымын тәьмин итә;

- күп ҡатлы йорттарҙа шыйыҡ газ тултырылған баллондарҙы файҙаланмаҫҡа;

- газ үткәргескә еп бәйләмәҫкә һәм газ плитаһы өҫтөнә әйбер киптерергә элмәҫкә;

- газ ҡорамалдарын файҙаланғанда форточканы асырға;

- газ ҡорамалының төҙөк булмауы тураһында кисекмәҫтән газ бүлеү ойошмаһының авария-диспетчер хеҙмәтенә хәбәр итергә;

- газдан файҙаланып бөткәс, газ прибор- ҙарындағы һәм уларҙың алдындағы кран- дарҙы ябығыҙ. Төнгөлөккә һәм фатирҙан сығыр алдынан газ приборҙарының ябылыуын мотлаҡ тикшерегеҙ. Приборҙарҙы эшләп торған килеш ҡалдырмағыҙ!

Фатирҙа, подъезда, подвалда һәм башҡа биналарҙа газ еҫен һиҙһәгеҙ, шырпы ҡабыҙмағыҙ, тәмәке тартмағыҙ, электр утын һәм электр приборҙарын ҡабыҙмағыҙ һәм һүндермәгеҙ, газды ябығыҙ, бинаны елләтегеҙ, һаҡ ойоштороғоҙ һәм 04 телефоны буйынса авария газ хеҙмәтен саҡыртығыҙ (газлы бинанан сығып). “Газпром газ бүлеү Өфө” ААЙ-һының авария-диспетчер хеҙмәте бөтә республика территорияһы буйынса тәүлек әйләнәһенә урындарға сыға.

Газ менән иғтибарлы булығыҙ!

Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!

“Газпром газ бүлеү Өфө” асыҡ акционерҙар йәмғиәте.