Мәсетле тормошо
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
6 Сентябрь 2018, 16:16

Һыра алкоголизмы

Зарарһыҙ эсемлек мәкереБөгөнгө көндә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәр өсөн һыра – тормоштоң айырыл-ғыһыҙ атрибуты, модалы “зарарһыҙ” эсемлек, еңел аралашыу мөмкинлеге, һыуһын ҡандырыу һәм тынысланыу сараһы. Ваҡыт үтеү менән һыраһыҙ көндәр аҙая, һиҙҙермәйсә күләме арта, эсеү ваҡыты кистән – көндөҙгә, хатта иртәнсәккә күсә килә. Эсемлектән ауыҙ итмәһә кеше ҡуҙғыусанға әйләнә, хәл-һеҙлек күҙәтелә. Унан организмда “көтмәгәндә” алкоголизмға булышлыҡ итеүсе биохимик процестар үҙгәрә.

Һыра алкоголизмы айырыуса йәштәргә, шул иҫәптән реклама йоғонтоһона тиҙ бирелгән уҡыусыларға ҙур хәүеф менән янай. Бынан тыш, һыраның фай-ҙаһы хаҡында ла һүҙҙәр йөрөй. Ысынлап та, һыраның нигеҙен витаминға, аҡһым-майға, углеводҡа бай булған арпа тәшкил итә. Әммә һоҫла (араҡы, һыра яһай тор-ған ҡуйы шыйыҡлыҡ) составындағы әсетеүсе микробтар арпаның файҙалы сифаттарын үлтерә. Был хаҡта, һыра алкоголизмынан дауалауҙың да араҡыныҡы кеүек үк ауыр икәнен, әлбиттә, һөйләп бармайҙар. Араҡыға ҡарағанда һыра күпкә мәкерлерәк. Кешеләрҙең “көсһөҙ” тип алданыуы менән ҡурҡынысыраҡ.

Европала һыра алкоголизмы – иң киң таралған наркологик ауырыуҙарҙың береһе. Шулай ҙа, Европа илдәрендә һәм Америкала әһәмиәтле сикләүҙәр бар. Мәҫәлән, Чехияла һыра һатыу ойошмалары мотлаҡ кешеләр мәҙәни рәүештә ултырып эсә, һөйләшә алһын өсөн шарттар тыуҙырырға бурыслы. АҠШ-та 0,3 литр-ҙан ҙур һауытҡа ҡойоп һатыу тыйыла (беҙҙә иһә 3 йә 5 литрлыҡ һауыттар ҙа яңылыҡ түгел). Былар барыһы ла – “һыра университеттарының” урынлашыу араһы, һауыт ҙурлығы, реклама- ларҙа кешеләрҙе төшөрөүҙе тыйыу һәм башҡалар – ҡануниәткә ярашлы баш-ҡарыла. Беҙҙә, бәлки, закондарға төҙәтмәләр индерергә кәрәктер? Юғиһә, тиҙҙән был закондарҙы үтәүселәрҙең ҡалмауы ла ихтимал…

Һыра эсеү эҙемтәләре

Әлеге ваҡытта “көнөнә 0,5 литр һыра эсеү зарарһыҙ” тип раҫлаусы күп кенә ғилми мәғлүмәттәр бар. Әммә хәлдәр киреһенсә, “һалҡынайтҡыс” был эсемлекте даими эсеү яйлап төрлө ауырыуҙар үҫешенә булышлыҡ итә. Һыра составындағы ағыулы матдәләр, шулай уҡ кеше организмына сит булған берләшмәләр матдәләр алмашыныу процесын боҙа, ғүмер өсөн мөһим ағзаларҙың һәм системаларҙың эшен насарайта. Был йәһәттән тәү сиратта йөрәк-ҡан тамыр-ҙары, аҙыҡ эшкәртеү системалары һәм мейе эшмәкәрлеге ҡаҡшай. Һыралағы “тере” бактериялар эсәк флораһын үҙгәртеүгә һәм дисбактериоз барлыҡҡа килеүгә, ул ҡатмарлашҡан хәлдә онкопатологияға булышлыҡ итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәр һыраның мәкерлеген аңлап етмәй.

Бауыр циррозы, йөрәкте май бөрөүе, иҫ юғалыу, фекерләү боҙолоу – һыра алкоголизмы эҙемтәләре. Шулай уҡ йөрәк эшмәкәрлеген ҡаҡшата, йәғни йөрәк ҡыуышлығы киңәйә, көбөһө ҡалыная, йөрәк мускулында некроз күҙәтелә. Һыраны күпләп эсеү һәм уның углекислый газға бай булыуы рентгенологтар “һыра (үгеҙ) йөрәге” йәки “капрон ойоҡ” синдромы тип атаған күренешкә алып килә.

Был үҙгәрештәр һыра составында күперек стабилизаторы сифатында ҡулланылған кобальт булыуына бәйле. Әлеге ағыулы матдә һыра эсеүселәрҙә тейешле норманан 10 тапҡырға артыҡ, бынан тыш, кобальт ашҡаҙан һәм ҡыҙыл үңәстә елһенеү барлыҡҡа килеүгә булышлыҡ итә. Организмға эләккәс, һыра тиҙ арала ҡан тамырҙарын тултыра. Был иһә тамырҙарҙың варикоз киңәйеүенә һәм йөрәк сиктәренең киңәйеүенә килтерә, йөрәк саманан тыш ҙурая, миокард бәлтерәй, ҡан әйләнеше насарая. Ҡыҫҡаһы, “тере мотор” функцияһы юғала.

Шулай уҡ һыра эсеүгә ҡаршы организмда (күберәк бауырҙа) патологик матдә барлыҡҡа килә. Ул йыш һыра эскән ирҙәрҙең организмында метилтестостерон (ирҙәрҙең төп енес гормондары) барлыҡҡа килеүен тотҡарлай. Һыралағы фитоэстроген (ҡатын-ҡыҙ енес гормондары аналогы) ирҙәрҙе аҡрынлап феминизацияға килтерә. Ҡатын-ҡыҙ тибы буйынса янбашҡа, уның ҡырҙарына май ултыра, һөт биҙҙәре ҙурая (гинекомастия), янбаштар киңәйә – эстән дә (генетик кимәлдә), тыштан да ҡатын-ҡыҙға оҡшай (ҡатыншаға әйләнә) башлай. Башҡа енескә ҡыҙыҡһыныуҙы кәметә. “Һыра стажы”на 15-20 йыл тулыуға импотенция гарантиялана. Был яуыздың ниндәй эҙемтәләргә килтереүен ишетеп кенә белмәгән Германияның беренсе рейхсканцлеры Бисмарк бындай аңлатма бирә: “Һыранан ялҡауға, аңраға һәм көсһөҙгә (“импотент” мәғәнәһендә) әйләнәһең”. Ә һыра яратҡан гүзәл заттарҙа иһә яман шеш менән ауырыу һәм түл- һеҙлек ихтималлығы арта, әгәр имеҙеүсе ҡатын булһа, балаһының эпилепсик тартышыу менән яфаланыуы бар. Шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙың тауышы тупаҫлана, “һыра мыйыҡтары” үҫә.

Ҡыҫҡаһы, һыраның организмға зарары бик киң: баш мейеһе күҙәнәктәре үлә (һөҙөмтәлә, үле күҙәнәктәр ҡанға эләгә, бөйөрҙә фильтрҙан үтеп, һейҙек менән сыға); арҡа мейеһенең функциялары боҙола; бауыр циррозы, гепатит, панкреатит, гастрит, невропатия күҙәтелә; ишетеү һәм күреү анализаторҙары ҡаҡшай.

Һыра алкоголизмы менән сирләүселәр дауаханаға ауыр хәлдә, ғәҙәттә, еңел аҡылланған һәм шәхес булараҡ баһаһы төшкән рәүештә эләгә.

* * *

Тыуған илдә етештерелгән тауарҙар- ға өҫтөнлөк биреүселәргә лә ҡыҫҡаса мәғлүмәт биреү урынлы булыр: һыра баҙары тулыһынса тиерлек сит ил капиталы тарафынан күҙәтелә. Мәҫәлән, “Балтика”нан алынған килем – Скандинавияға, “Старый мельник”тыҡы – Төркиәгә, “Толстяк”тыҡы – Бельгияға, “Бочкарев”тыҡы – Испанияға, “Алтын мискә”неке – Көньяҡ Африкаға китә, баш-ҡалары йә Дания, йә Германия, йә бүтән ил капиталын тулыландыра. Күпселек сеймал сит илдән килтерелә. Рәсәйҙән нимә, тиһегеҙме? Аҡса. Һеҙҙең файҙалы берәй нәмәгә йүнәлтә торған аҡсаларығыҙ.

Әйткәндәй, Көнбайыш Европа илдәрендә, хатта Германия менән Бельгияла ла, һыра эсеү кәмей, әммә етештереү арта ғына. Тимәк, уйланығыҙ…

Фирүзә ЗАКИРОВА,

Оло Ыҡтамаҡ район дауаханаһы табибы.