Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
4 Сентябрь 2018, 19:12

Кескәйҙәргә юлда ярҙам ит

Оҙайлы каникулдарҙан һуң уҡыуҙар башланды. Балалар йәнә мәктәпкә ашыға. Яңы уҡыу йылы башланыу менән юлдарҙа йәйәүлеләр һаны ла күбәйә. Һөҙөмтәлә юл-транспорт ваҡиғаларына бәйле күңелһеҙ статистика арта.

Райондың “Йәш мәсетле” йәштәр хәрәкәте һәм “МИР” ирекмәндәр корпусы активистары 29 августа Мәсетле районы буйынса эске эштәр бүлеге ЮХХДИ-һының юл хәрәкәте хәүеф-һеҙлеге буйынса инспекторы Вадим Шәрипов менән берлектә “Баланы ҡулынан етәкләп алы-ғыҙ” социаль акцияһы уҙғарҙылар. Уның асылы йәйәүлеләр өсөн махсус сығыу урындары башланған урындарҙа тротуар- ҙарҙа аҡ буяу менән иҫкәртеүсе яҙыуҙар ҡалдырыу.

Был акция юлдарҙа балалар- ға айырыуса иғтибарлы булырға, үҙ балаңа ғына түгел, ҡатмарлы юл сатында юғалып ҡалған башҡа балаларға ла ярҙам итергә саҡыра.

Йәш йәйәүлене юл ситендә күрһәгеҙ, уға юл аша сығырға ярҙам итегеҙ.

Гөлмәрйәм ӘХМӘТШИНА,

Йәштәр үҙәге педагог-ойоштороусыһы.