Мәсетле тормошо
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
3 Август 2018, 12:04

Тағы ла берәҙәк эттәр тураһында

Берәҙәк эттәр халыҡҡа ҙур ҡурҡыныс тыуҙыра. Ташлан-ған мәхлүктәр үҙ алдарына ашарға табырға мәжбүр булып, өйөрҙәргә берләшә. Улар 45-ләгән төр сирҙе таратыусы булырға мөмкин. Хатта улар-ҙы ашатам тип кенә сыҡҡан кешенең дә инфекция йөрөтеүсегә әйләнеүе ихтимал. Эттәр шулай уҡ йорт территорияларын бысратырға, балаларҙы ҡурҡытырға һәм кешеләрҙе тешләргә мөмкин. Әгәр мәхлүктең хужаһын табыу мөмкинселеге булмаһа, махсус хеҙмәттәргә мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Шәхси эшҡыуар Нәғимйән Моратшин районда берәҙәк эттәрҙе аулау менән шөғөлләнә. Ҡарауһыҙ йөрөгән эттәр- ҙе ни эшләтәләр? Был һорау- ға Нәғимйән Ғәлимйән улы яуап бирҙе: “Бер нисә йыл элек эттәрҙе ата торғайнылар, ләкин ул ысул хайуандарға ҡарата рәхимһеҙлек булып күренде. Әлеге ваҡытта уларҙы юҡ итеүҙең бер нисә варианты бар. Беҙ эттәрҙе дротиктар менән йоҡлатып тоторға, һуңынан уларҙы Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы махсуслаштырылған приютҡа алып барырға тейеш. Дротиктарҙы үҙебеҙ һатып алабыҙ. 500 эткә яҡынса 30 мең һумлыҡ дротик кәрәк. Приютта уларҙы ветеринария табибы ҡарай һәм нимә эшләргә мөмкин булыуы тураһында һығымта бирә. Нормаль хайуандар ҙа эләгә, уларҙы кешеләр аҫрауға ала. Әгәр эт талап ителмәһә, күпмелер ваҡыт үткәндән һуң, уны бөтөнләйгә йоҡлаталар. Әгәр кемгәлер эт йәки бесәй кәрәк-һә, приютҡа мөрәжәғәт итергә һәм оҡшағанын һайлап алырға мөмкин. Тағы ла бер ысул – хайуанды стерилләү (ырыуһыҙ итеү). Шулай иткәндә ул бик агрессив булмай, тигән фекер бар. Ундай этте иреккә ебәрергә мөмкин”.

Тәртип булдырыуҙың законлы ысулы – уларҙы атыу түгел, ә тотоу. Был хаҡта РФ Төбәктәрҙе үҫтереү министрлығының 2011 йылдың 27 декабрендәге бойороғоноң 8.10.5-се һәм 8.10.6-сы статьяларында әйтелгән. Ошо уҡ бойороҡта, тоҡомона һәм тәғәйенләнешенә ҡарамаҫтан, оҙатып йөрөүсе кешеһенән баш-ҡа урамда йәки башҡа йәмәғәт урындарында булған эт һәм бесәйҙәрҙе (шул иҫәптән номерлы билдәһе булған муйынсаҡлыларын да) тотоу кәңәш ителә.

Әгәр торама пунктта берәҙәк хайуандар йөрөһә, ул саҡта иң беренсе ауыл биләмәһе хакимиәтенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Хакимиәт хеҙмәткәрҙәре махсус хеҙмәткә хәбәр итәсәк. Эт хужалары уларҙы контролһеҙ сығарып ебәрергә тейеш түгел. Ул бәйле булырға, ә йөрөтөп килтереү өсөн муйынсаҡлы бауҙа сығарылырға тейеш. Ҡарау-һыҙ йөрөгән эттәрҙе тотоу планлаштырылһа, тәүҙә был хаҡта белдереү эленә. Әгәр эт муйынсаҡһыҙ йөрөһә, ул берәҙәк булып иҫәпләнә. Муйынсаҡлы эттәргә һәм көсөктәргә әлегә теймәйҙәр. Июндә район буйынса 99 эт һәм 26 бесәй тотолған. Нәғимйән Моратшин эттәрҙең хәйләкәрләнеүен билдәләй. Дротиклы мылтыҡтарҙан уларға 10 метр-ҙан атырға мөмкин. Эттәр ундай яҡынлыҡҡа килергә бирмәй, ҡасалар. 20-30 метр алыҫлыҡта йөрөйҙәр.

Белешмә өсөн:

Ғинуарҙан алып хәҙерге көнгә тиклем хайуандарҙан: эттәрҙән, бесәйҙәрҙән һәм көҙәндән тешләнеп, 27 кеше район дауаханаһына мөрәжәғәт иткән. Зыян күреүселәрҙең 15-е – оло кеше һәм 12-һе – бала.


Ғәлиә АБДРАФИҠОВА.