Бөтә яңылыҡтар

Һыу ингәндә үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре

Ниһайәт, беҙҙең яҡтарға ла ысын йәй килде. Уның менән бергә күп кенә мәсетлеләр ҙә һыу инеү миҙгелен асты. Һыу ятҡылыҡтарында эҫенән ҡотолоп, беҙ йыш ҡына ябай хәүеф-һеҙлек ҡағиҙәләре тураһында онотабыҙ.

Һыу инеүҙе һыу температураһы 18 градустан да түбән булмағанда һәм һауа температураһы 25 градус һәм унан юғарыраҡ булған елһеҙ аяҙ көндә башларға кәрәк. Ашағандан һуң 1,5 сәғәт үтмәйенсә тороп, һыу инеү кәңәш ителмәй.

Һыуға һаҡ ҡына инегеҙ, һыу билегеҙгә еткәс туҡтағыҙ ҙа тиҙ генә башығыҙ менән сумығыҙ, ә һуңынан инде йөҙөп китегеҙ. Һыу инергә арыған, ҡыҙған йәки тирләгән килеш бармағыҙ. Әгәр насар йөҙәһегеҙ икән, тынлы матрастарға һәм түңәрәктәргә генә ышанмағыҙ. Һыуҙа паника йыш ҡына фажиғәгә килтерә. Бер ҡасан да паникаға бирелмәгеҙ!

Иҫегеҙҙә тотоғоҙ:

- тик рөхсәт ителгән ерҙәрҙә генә һыу инергә мөмкин;

- таныш булмаған урындарҙа сумырға ярамай – һыу төбөндә батҡан бағаналар, таштар, лапылар һәм башҡа нәмәләр ятыуы ихтимал;

- тын тултырылған йөҙөү сараларында ярҙан алыҫ китмәгеҙ – улар төҙөк булмаҫҡа мөмкин, ә был хатта яҡшы йөҙә белгән кешеләр өсөн дә ҡурҡыныслы;

- кәмәләргә йәбешергә, навигация ҡорамалдарына: бакендарға, буйкаларға һәм баш-ҡаларға менергә ярамай;

- үтеп барған караптарға йөҙөп килергә, йөҙөргә яраған зоналарҙы сикләүсе буйкалар-ҙың аръяғына йөҙөп китергә һәм фарватерға сығырға ярамай;

- дауыллы көндө йәки ярға көслө тулҡын бәрелгән урындарҙа һыу инергә ярамай;

- әгәр көслө ағымға эләкһәгеҙ, ағымға ҡаршы йөҙөргә маташмағыҙ. Был осраҡта ағым ыңғайына һәм әкренләп ярға ыңғайлап йөҙөргә кәрәк;

- әгәр һыу өйөрмәһенә эләк-һәгеҙ, күберәк итеп һауа һулап алығыҙ ҙа сумып, ҡапыл ғына унан ситкә боролорға тырышығыҙ;

- ауырып йәки хәлһеҙләнеп торғанда, тән температурағыҙ күтәренке булғанда, киҫкен инфекцион сир менән ауырығанда һыу инергә ярамай;

- әгәр мускулдарығыҙҙы көҙән йыйырһа, арҡағыҙға ятығыҙ һәм ярға йөҙөгөҙ, шуның менән бергә тартышҡан мускулдарҙы ыуырға тырышығыҙ. Ярҙамға саҡырырға оялмағыҙ;

- ялған шау-шыу күтәрергә ярамай.

Асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.