Бөтә яңылыҡтар

Фәрит Ғүмәров: һыу ятҡылыҡтарындағы ялығыҙҙың именлеген тәьмин итегеҙ!

Республикала көндәр эҫе тора. Шуға күрә күптәр һыу ятҡылыҡтары эргәһендә ваҡыт үткәреүҙе өҫтөн күрә. Шул уҡ ваҡытта һыуҙағы бәхетһеҙлек осраҡтары ла артты. Үкенескә күрә, һыуға батыусылар араһында балалар ҙа бар.

Һыу объекттарында хәүефһеҙ ял итеү тураһындағы һорауҙарға Баш-ҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров яуап бирә.
– Һыуҙағы фажиғәле осраҡтар ниндәй үҙенсәлектәргә эйә?

– Уларҙың төп өсәүһендә туҡталам:

- беренсенән, кешеләрҙең һыу объекттарында иң күп һәләк булыуы июлгә тура килә. Был иң эҫе көндәрҙең йылдың ошо айында булыуына ла, отпускыларға ла, каникулға ла бәйләнгән. Бер йылда һыуҙағы бәхетһеҙлек осраҡтарының яртыһы тап июлдә була. Миҫал өсөн, ошо йылдың июлендә 6 кеше батып үлгән;

- икенсенән, йәй көнө транспорт сараларының һыуға ҡолап төшөүе менән бәхетһеҙлек осраҡтары теркәлә. Былтыр Хәйбулла районында 3 кешенән торан ғаилә еңел автомобилдә Таналыҡ йылғаһында батып үлә;

- өсөнсөнән, балыҡ тотҡан ваҡытта фажиғәле осраҡтарҙың артыуы күҙәтелә. Йыл башынан 4 балыҡсы батып үлгән. Батыусылар араһында – Краснокама районынан ун йәшлек малай.

Ялығыҙҙы планлаштырғанда һыуҙа һағалап тороусы ҡурҡыныстар тураһында иҫтә тоторға кәрәк.
– Һыу инеү миҙгелендә бәхетһеҙлек осраҡтарының төп сәбәптәре ниндәй?

– Һыуҙағы фажиғәләрҙең төп сәбәптәре – ул йыһазландырылмаған урындарҙа һыу инеү, иҫерек булыу, үҙеңдең физик мөмкинлектәреңде артыҡ баһалау, һыуҙа үҙеңде хәүеф-һеҙ тотоу ҡағиҙәләрен һанға һуҡмау, ололарҙың балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырыуы.

Әлеге йылдың фажиғәле осрағын миҫалға килтерәм: 9 йәшлек малай-ҙың Өфө ҡалаһындағы Теплое күлендә ололарҙан башҡа һыу инеүе уның һәләкәте менән тамамлана. Йә булмаһа, үткән йыл Ауырғазы районында булған икенсе бер миҫал: 8 һәм 9 йәшлек ике әхирәт ҡыҙ һәләк бул-ғайны. Ҡыҙҙар ололарҙан башҡа ғына Өршәк йылғаһында һыу инергә бул-ған.
– Һыу инеү миҙгелендә бәхетһеҙлек осраҡтарын профилактикалау эше нисек ойошторолған?

– Һыу объекттарында 75 махсус йыһазландырылған һыу инеү урыны асылған, уларҙа ҡотҡарыусылар дежурлығы ойошторолған. Миҫал өсөн, Өфөлә әлеге һыу инеү урындарында 20 кеше ҡотҡарылған да инде.

Көн һайын ҡотҡарыусылар республика һыу объекттары буйлап профилактик рейдтарға йүнәлә. Был рейдтар барышында “ҡырағай” пляждар асыҡланған ваҡытта ваҡытлыса ҡот-ҡарыу постары ҡуйыла. Махсус ҡот-ҡарыусылар менән бер рәттән һыу-ҙағы хәүефһеҙлекте тәьмин итеүгә йәмәғәт, шул иҫәптән Бөтә Рәсәй һыу-ҙарҙа ҡотҡарыу йәмғиәте ҡотҡа- рыусылары ла йәлеп ителгән.

Һыу буйҙарында ял итеүселәр өсөн батҡан осраҡта ярҙам күрһәтеү тәртибен манекендарҙа күрһәтеп, һыу ингәндә хәүефһеҙлек сараларын еткереү буйынса акциялар уҙғарыла.

Иҫкәртеү эшен йылдан-йыл көсәйтәбеҙ, һөҙөмтәлә һыуға батып һәләк булыусылар һанын 2012 йылдағы 122-нән 2017 йылда 93 кешегә тиклем әкренләп кәметеүгә ирештек.
– Һеҙҙең ведомство тарафынан хәүефле һыу ятҡылыҡтары иҫәбе алып барыламы?

– Һыу инеү миҙгелендә барыһынан да күберәк Ағиҙел, Дим һәм Ыҡ йыл-ғаларында һәләк булалар. Быйыл Ағиҙел йылғаһында 6 кеше батып үлгән дә инде.

Республиканың бөтә йылғаларына батып үлеүселәрҙең 55 процент самаһы тура килә. Ҡалған осраҡтар күлдәр, быуалар һәм карьерҙар менән бәйләнгән.

Батып үлеүселәр араһында – барыһынан да күберәк ирҙәр (85%). Былтыр ҙа нисбәт ошолай уҡ ине: 80 ир, 5 ҡатын һәм 8 бала батып үлгән.