Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
29 Июнь 2018, 12:14

Һаҡ булығыҙ, спайстар үлтерә!

Спайс (инглиз теленән “spice” – тәмләткес) – үләндән тартыу ҡатнашмаһының төрө. Уның составына синтетик матдәләр, энтеогендар (психотроп матдәләре булған үҫемлектәр) һәм ғәҙәти үләндәр инә.

Спайстар Европала XXI быуат башында барлыҡҡа килә.

Энтеогендарға түбәндәге үҫемлектәрҙе индерергә мөмкин: кратом, калея закатечичи, йопо, кола сәтләүеге, зәңгәр лотос, сальвия, гавай раузаһы. Һуңғы өсәү Рәсәйҙә закон менән тыйылған.

Бынан тыш, спайстар составына махсус JWH-018 (йәки синтетик каннабис) матдәһе инә, ул тәбиғи булғанынан 5-6 тапҡырға зыянлыраҡ.


Спайстан иҫереүҙең клиник билдәләре:

• йүтәл (лайлалы тиресәне яндыра);

• ауыҙ кибә (даими рәүештә шыйыҡса ҡулланыуҙы талап итә);

• күҙ ағының ҡыҙарыуы (спайс ҡулланыусылар үҙҙәре менән “Визин” йәки күҙгә һала торған башҡа тамсылар йөрөтә);

• хәрәкәттәр координацияһының боҙолоуы;

• телмәрҙәге етешһеҙлектәр (тот-ҡарлыҡ, аңлайышһыҙлыҡ);

• фекер йөрөтөүҙәге тотҡарлыҡ (аңраланыу);

• төҫ ҡасыу (йөҙөндә нур булмау);

• йөрәк тибешенең йышайыуы;

• кәйеф күтәрелеү, эйфория;

• ҡапыл шарҡылдап көлөү;

• үҙен тейешенсә тотмау.


Бер нисә көн дауамында һәм оҙағыраҡ ҡулланғандан һуң түбәндәге билдәләр күҙәтелә:

• дөйөм физик хәлһеҙлек;

• иғтибарҙың тарҡалыуы;

• төшөнкөлөк;

• йоҡоноң боҙолоуы;

• кәйефтең тиҙ генә алмашыныуы.


Алкоголь менән үҙ-ара йоғонтоһо

Алкоголь наркотик тәьҫирен көсәйтә. Кеше “иҫәрләнә”, уның вестибуляр аппараты бөтөнләй эшләмәй, ваҡыт һәм арауыҡ юҫығын, хәтерен юғалта. Ҡайһы ваҡыт алкоголде наркотик матдәләр ҡулланғанлыҡты йәшереү, алкоголдән иҫергән итеп күрһәтеү өсөн “ышыҡ” рәүешендә файҙаланалар.

Спайстар ҡулланыу эҙемтәләре

Спайс – ул үтә лә ағыулы һәм ныҡ көслө наркотик! Ул, тарма кеүек үк, ҡуллана башлау менән үк бәйлелеккә килтермәй. Башта психик бәйлелек барлыҡҡа килә. Тартыу ҡатышмаһын ҡулланған ваҡытта, кеше эйфория тойғоһо кисерә, уның кәйефе шәп, уға мөмкинлектәре бөтөнләй сикһеҙ булып тойола. Ваҡыт үтеү менән, ҡатышманы ҡабул итмәй торған арала, депрессия, ҡыҙыусанлыҡ, кәйефһеҙлек билдәләнә.

Һирәгерәк осраһа ла, ҙур дозаларҙы оҙайлы ҡулланғанда, ысын мәғәнәһендә спайсҡа физик бәйлелек осраҡтары ла билдәле –һыҙланыу күҙәтелә.

Спайс бөтә органдарға һәм системаларға ла тиерлек кире йоғонто яһай.

Бына уны ҡулланыуҙың бары тик иң етди эҙемтәләре: ул йөрәк һәм ҡан тамырҙары эшмәкәрлеген боҙа, ваҡыт үтеү менән йөрәк етешмәүсәнлеге үҫешә, бауыр функцияһы боҙола, баш мейеһе күҙәнәктәре тарҡала, фекерләү һәм үҙәк нерв системаһының башҡа функциялары боҙола.

Спайс тартыуҙың физик бәйлелек рәүешендәге эҙемтәһе был тартыу ҡатышмаһын наркотик тип ҡарарға мөмкинлек бирә. Ундай әүәҫлектән ҡотолоуҙың бик оҙаҡҡа һуҙылған ҡатмарлы мәсьәләгә әйләнеүе ихтимал. Үҫмерҙәр-ҙә бәйлелек барлыҡҡа килеү ихтималлығы ололарға ҡарағанда ҙурыраҡ һәм тиҙерәк. Ә ваҡытында тап улар тартыу ҡатышмалары һатылған магазиндарҙың төп клиенттары булған.

Элек күҙәтелмәгән юғары ҡуҙғыу-санлыҡ һәм ҡыҙыусанлыҡ, йыш ҡына депрессияларға бирелеү психик бәйлелектең беренсе борсоулы сигналы булып торорға тейеш. Бәйле кешене уның оҙаҡ ваҡыт йоҡоһоҙлоҡтан интеккәндәге кеүек ҡыҙарған күҙҙәре һата.

Физик бәйлелек формалашҡан ваҡытта фекер йөрөтөү һәм интеллект боҙола.

Ҡабул итеүҙәр араһының оҙон булыуы ауыр эҙемтәле өҙлөгөүҙәргә килтерә: үтә ныҡ күңел болғаныу, ҡоҫоу, йоҡоһоҙлоҡ, аппетит булмау һәм баш-ҡалар күҙәтелә.

Был наркотик ирҙәрҙең потенцияларын кәметә, ә ҡатын-ҡыҙҙарҙың күремдәре ваҡытында булмай башлай. Күп кенә осраҡтарҙа балаһыҙлыҡҡа килтерә. Шуға күрә һәр бер ҡыҙ кешегә беренсе тапҡыр спайс татып ҡарар алдынан етди уйланырға һәм ҡайһыһы: бер нисә сәғәт шикле ләззәт алыу ҡиммәтерәкме, әллә киләсәктә нормаль ғаилә ҡора алыу мөмкинлегенә эйә булыумы икәнлеген хәл итергә кәрәк.

Кеше “үҫемлеккә әйләнә”. Үҫемлек препараттарынан, әйтәйек, тарманан айырмалы, тартыу микстарының кеше организмына йоғонтоһо 5-10 тапҡырға көслөрәк. Уларҙы тартыу менән үк тиерлек бик көслө галлюцинациялар башлана, улар фажиғәле хәлдәргә килтереүе мөмкин, мәҫәлән, автомобиль аҫтына ташланыу йәки 10 ҡатлы йорт тәҙрәһенән һикереү теләге уята. Үлем менән тамамланған бер нисә тиҫтә осраҡ асыҡланған да инде.

Уның бәләһе шунда: тартыу микстары ауырыраҡ наркотиктарға күсеүҙең беренсе аҙымы булып тора.


ИҪЕГЕҘҘӘ ТОТОҒОҘ!

Еңел ташлап булған наркотиктар юҡ!

Кеше һаулығы һәм психикаһы өсөн хәүефһеҙ булған наркотиктар юҡ!

Кешенең шәхесен үҙгәртмәй һәм үлемгә килтермәй торған наркотиктар юҡ!

ҮҘЕГЕҘҘЕ ҺӘМ ҺАУЛЫҒЫҒЫҘҘЫ ҺАҠЛАҒЫҘ, ЙӘШӘҮҘЕ ҺАЙЛАҒЫҘ!


Фирүзә ЗАКИРОВА,

ҮРД-ның медицина профилактикаһы кабинеты табибы.