Мәсетле тормошо
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
27 Июнь 2018, 13:02

Һаҡ булығыҙ, ҡош киҙеүе!

Башҡортостан Республикаһының Ветеринария идаралығы Россельхознадзорҙың, 2018 йылдың 19 июнендәге ВС-НВ 2/14677 һанлы хатына ярашлы, түбәндәгеләрҙе хәбәр итә: “Һамар өлкә ветеринария лабораторияһы” дәүләт бюджет учреждениеһының 2018 йылдың 16 июнендәге лаборатория тикшеренеүҙәре һөҙөмтәләре буйынса Һамар өлкәһенең Большеглушицкий районындағы шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙа һәм “Пенза өлкә ветеринария лабораторияһы” дәүләт бюджет учреждениеһының 2018 йылдың 17 июнендәге лаборатория тикшеренеүҙәре һөҙөмтәләре буйынса Колышлейский районының шәхси ярҙамсы хужалыҡтарында аҫралған үлгән йорт ҡоштарынан (тауыҡтарҙан) һәм Пенза өлкәһе Колышлейский районы ЯСЙ-һында аҫралған йорт ҡоштарынан (күркә) алын-ған патологик материал-дарҙа ҡош киҙеүе вирусы асыҡланған.

ҠОШ КИҘЕҮЕ

Халыҡтың хәтер янсығына

Ҡош киҙеүе – вирус тыуҙырған йоғошло сир.

Ҡош киҙеүе менән йорт һәм кейек ҡоштар, хайуандарҙың күп кенә төрҙәре һәм кеше сирләй. Йорт ҡоштары сирҙе һыуҙа йөҙгән кейек ҡоштарҙан йоҡтора.

Кешенең йоғошланыу сығанағы – сирле ҡош, ләкин хайуандар, мәҫәлән, бесәйҙәр аша йоғоуы ла ихтимал.

Ҡоштарҙа киҙеү менән сирләү билдәләре – сирле ҡош хәлһеҙ була, тирә-йүндәгеләргә битараф ҡала, үҙ-үҙен ғәҙәттәгесә тотмай, хәрәкәте боҙола. Ауыр тын ала, йүткерә, сөскөрә, танауынан шыйыҡса аға, тауыҡтарҙың кикереге һәм алҡаһы ҡабара һәм күгәрә.


Кешенең йоғошланыу юлдары

Сирле ҡош менән бәйләнеш, һауа-тамсы һәм алиментар (аҙыҡ менән).

Йоғошланған ҡоштар-ҙың бүлендектәре хәүефле (танауынан, күҙҙәренән аҡҡан шыйыҡса, фекалий-ҙары), улар һауаға һәм һыу-ға эләгеп, һулағанда һәм һыу ингәндә йоғошланыу сығанағына әйләнергә мөмкин. Һыуға эләгеп, вирус 1 айға тиклем, ә түбәнерәк температураларҙа оҙағыраҡ та һаҡлана ала.

Күп кенә осраҡтарҙа сирле ҡоштоң итен һәм йомортҡаларын етерлек кимәлдә бешермәйенсә аша-ғанда сирҙең кешегә йоғоуы ихтимал.

Вирустың тышҡы мөхиттә һаҡланыуы

Тышҡы мөхиттә, айырыуса түбән температураларҙа вирус бирешмәй һаҡлана, ләкин дезинфекция саралары, ультрашәмәхә нурҙары һәм юғары температура йоғонтоһо аҫтында еңел генә тарҡала.

Бүлмә температураһында вирус 2 айға тиклем һаҡлана. Ҡояш тәьҫирендә вирус 2 тәүлек эсендә юҡҡа сыға.

70-80 градус эҫелә вирус бер нисә минут эсендә һәләк була.


Профилактика саралары

Ҡошсолоҡ хужалыҡтарында, предприятиеларҙа, халыҡтың шәхси хужалыҡтарында, шулай уҡ йорт йәки декоратив ҡоштар аҫралған фатирҙарҙа һәм дачаларҙа – ул барыһынан да элек йорт һәм кейек ҡоштарҙың бәйләнешен булдырмау. Бынан тыш, иң нәтижәле сара – ҡошто вакцинациялау.

Әлеге сирҙе йоҡтормаҫ өсөн, кешегә ашар өсөн итте һәм йомортҡаларҙы рөхсәтһеҙ сауҙа итеү урындарынан һатып алырға кәрәкмәй.

Ҡоштарҙа сир билдәләре асыҡланғанда йәки үле ҡош табылғанда, сифаттарын иҫбат итеүсе тейешле ветеринария документтары булмайынса рөхсәтһеҙ сауҙа итеү осрағында кисекмәҫтән 8-800-77-55-828 ҡыҙыу линия телефоны аша дәүләт ветеринария хеҙмәтенә хәбәр итергә кәрәк.

Мәсетле ветстанцияһы.