Янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә булған осор-ҙа өҫтәмә янғын хәүефһеҙлеге талаптары билдәләнә. Улар түбәндәгеләрҙе үҙ эсенә ала:
- урман фонды һәм урманға терәлеп ятҡан территорияларҙа усаҡ яндырыу, үләндәргә үрт һалыу, сүп-сар яндырыу тыйыла;
- автомобиль һәм тимер юл буйҙары һыҙатында көнкүреш һәм сәнәғәт ҡалдыҡтарын (сүп-сарҙы), шул иҫәптән, тимер юл шпалдарын һәм киҫеү ҡалдыҡтарын яндырыу тыйыла;
- тәбиғәттә янғын сығыуға һәм таралыуға юл ҡуймау буйынса өҫтәмә профилактик саралар күреү.
Башҡортостан Республикаһының янғын һүндереү көстәре һәм саралары әҙерлек режимына килтерелгән.
БР Урман хужалығы министрлығы, РФ Административ хоҡуҡ боҙоу тураһындағы кодексының 8.32-се статьяһына һәм РФ Енәйәт кодексының 261-се статьяһына ярашлы, урмандарҙа һәм уға йәнәш ятҡан территорияларҙа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре талаптарын боҙған өсөн яуаплылыҡ ҡаралыуы тураһында иҫкә төшөрә.
БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.